

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың махсуслаштырылған балалар йортонда булды. Был етемдәр, ата-әсә ҡарауынан ҡалған йәки ауыр тормош хәленә эләккән балалар өсөн дауалау-һауыҡтырыу һәм реабилитация-тәрбиәләү учреждениеһы.
Балалар йортоноң баш табибы Рида Кадикова әйтеүенсә, әле бында дүрт йәшкә тиклемге 99 бала иҫәпләнә, уларҙың 13-ө тиҙҙән ғаиләле буласаҡ.
"Беҙгә килгән балалар тәү сиратта реабилитация үтә, уларҙы һауыҡтырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Артабан белем биреүгә, социалләштереүгә күсәбеҙ. Ҡайһы берҙәрен үҙ ғаиләһенә ҡайтарыуға әҙерләйбеҙ. Башҡалар өсөн опека органдары менән бергә яңы ғаиләләр табабыҙ. Айырым осраҡтарҙа тәрбиәләнеүселәр балалар йортона һәм интернаттарға күсә. Әммә төп маҡсатыбыҙ – уларҙы ғаиләле итеү", – тине Рида Кадикова.
Радий Хәбиров реабилитация бүлеген, балаларҙың йәшәү һәм социаль яраҡлашыу бүлмәләрен ҡараны.
Балалар йортоноң баш табибы белдереүенсә, комплекслы медицина реабилитацияһына дарыуҙар менән дауалау, физиотерапевтик процедуралар, гидротерапия, галокамера, медицина массажы, физиотерапия, кислород коктейлдәре, гиппотерапия һәм башҡа дауалау төрҙәре инә. Сабыйҙарҙың һаулығын квалификациялы медицина белгестәре ентекле күҙәтә.
Шулай уҡ учреждение эшендә холоҡ төҙәтеү-педагогика эше лә мөһим урын биләй. Ошо маҡсатта бында "Лекотека" бүлмәһе булдырылған. Махсус ҡорамалдар ярҙамында балалар уйын эшмәкәрлегенә йәлеп ителә, шуның аша аралашырға өйрәнә, яҡшы яҡҡа үҙгәрә.
Нервы системаһы ҡаҡшаған малай-ҡыҙҙар менән сенсорлы бүлмәлә интерактив иҙән һәм өҫтәл, ҡом терапияһы ярҙамында тәрбиәсе-психолог эшләй.
Балалар йортоноң баш табибы билдәләүенсә, перинаталь патология диагнозы булған балаларҙы дауалау өсөн учреждениеға мускулдарҙы ял иттереү өсөн махсус терапевт койкаһы кәрәк. Радий Хәбиров был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты.
Республика Башлығы логопед кабинетында үткән дәресте лә ҡараны. "Хорев" Израиль медицина үҙәгендә дауаланған тәрбиәләнеүселәрҙең береһе логопед менән шөғөлләнә ине.
— Доктор Роман Барактың был клиникаһы менән килешеүебеҙ бар. Медицина мөмкинлектәре етмәһә, балаларҙы Израилгә дауаланырға ошо реабилитация үҙәгенә ебәрәбеҙ. Киләсәктә лә ошо тәжрибәне дауам итәсәкбеҙ. Балалар һаулығы – иң мөһиме, — тине Радий Хәбиров.
Музыка залында республика Башлығына тәрбиәләнеүселәр бәләкәй генә спектакль әҙерләп, оҫталығын, һәләттәрен күрһәтте.
Радий Хәбиров Балалар йортоноң балаларын һәм хеҙмәткәрҙәрен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы, балаларға бүләктәр — өҫтәл уйындары, төҙөлөш конструкторҙары, балалар китаптары, башҡа бүләктәр тапшырҙы.
— Медицина мөмкинлектәре һиҙелерлек алға киткәнен күрәбеҙ. Ә бала менән яҡшы мөғәмәлә итһәң, барыһы ла килеп сығыр. Эшегеҙ өсөн рәхмәт, — тине төбәк Башлығы, Балалар йорто белгестәренә мөрәжәғәт итеп.
Фотолар: республика Башлығы сайты.