Йәмғиәт
25 Декабрь 2021, 11:00

Хыялдар тормошҡа ашырға тейеш!

"Радий Фәрит улы улыбыҙ Данил өсөн ысын Ҡыш бабай кеүек булды".

Хыялдар тормошҡа ашырға тейеш!Хыялдар тормошҡа ашырға тейеш!
Хыялдар тормошҡа ашырға тейеш!

Бөгөн Өфөлә йәшәгән 15 йәшлек Данил Ларуковтың Яңы йыл хыялы тормошҡа ашты: ул поезд водителе булып ҡараны.

21 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала “Хыялдар шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһын башлап ебәрҙе. Төбәк етәксеһе акцияла ҡатнашыусыларҙың теләге яҙылған дүрт шарҙы тартып сығарҙы.

Радий Хәбиров дүрт баланың Яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырасаҡ: Шишмә районынан 11 йәшлек Евгений Буданов - велосипед, Өфөнән һигеҙ йәшлек Нияз Ҡәйүмов квадрокоптер тураһында хыяллана, Өфөнән 15 йәшлек Данил Ларуков поезд водителе булып ҡарағыһы килә. Ейәнсура районынан 11 йәшлек Элина Ямағолова иһә Өфө ипподромында һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе алырға теләй.

Бөгөн хыялы тормошҡа ашҡан Данил Ларуков – күп балалы ғаиләлә иң олоһо. Уның 12 йәшлек һеңлеһе Дарья, ете йәшлек ҡустыһы Максим бар. Иң кесе Полинаға - өс йәш. Данил аутизм менән сирләй һәм өйҙә уҡый, фортепиано дәрестәре ала. Уның ата-әсәһе Елена һәм Евгений Ларуковтар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә электропоездға ултырып Дим тимер юл вокзалына юллана. Сәфәр барышында Куйбышев тимер юлының баш инженер урынбаҫары Евгений Мельников, поезд водителдәре Данилға, уның һеңлеһенә, ҡустыһына "Орлан" электропоезының техник үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, үҙ һөнәренең серҙәре менән уртаҡлашты. Республика Башлығы Данилдың әсәһе Елена Ларукова менән әңгәмәлә, ғаиләгеҙ нисек йәшәй, малай тейешле реабилитация үтәме, тип һораны. Радий Хәбиров балаларға Яңы йыл бүләктәре тапшырҙы, Ларуковтарҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы.

"Был бик яҡшы акция. Ул айырым ярҙамға мохтаж балаларға изгелек, йылылыҡ еткерергә мөмкинлек бирә. Йыл һайын проектта ҡатнашыусылар һаны артыуы ҡыуаныслы. Ярҙамға мохтаждарға ошондай сара ярҙамында йылылыҡ өләшеү мөһим. Балаларҙың хыялдары, айырыуса Яңы йыл алдынан, үтәлергә тейеш", – тине республика Башлығы.

"Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәсәй тимер юлдары компанияһынан Антон Гармаш Ларуков ғаиләһенә Ырымбурға һәм кирегә "Орлан" поезында бушлай йөрөү тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы, уны 2022 йылда ҡулланырға мөмкин. Данил шулай уҡ буласаҡ поезд водителдәрен әҙерләгән махсус тренажерҙа бушлай күнекмәләр үтә аласаҡ. Уға поезд водителенең ысын фуражкаһы ла тапшырылды.

"Бөгөн күптәнге хыялым тормошҡа ашты, миңә поезд водителе булыу бик оҡшаны", — ти сәфәрҙән һуң кисерештәре менән уртаҡлашты Данил.

"Яңы йыл алдынан иң яҡшы бүләк булды был. Радий Фәрит улы ысын Ҡыш бабай кеүек булды Данил өсөн. Улыбыҙ хис-тойғоларын һирәк күрһәтә, бөгөн уның һәр нәмәне оҡшатҡаны йөҙөнән аңлашылды. Поезд салонында башҡа балаларыбыҙ ҙа булды. Бындай акцияның булыуы бик шәп", — тине Елена һәм Евгений Ларуковтар.

"Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Антон Гармаш Радий Хәбировҡа белдереүенсә, "Орлан" ҡала яны поезы ебәрелгәндән алып 75 мең пассажир йөрөтөлгән, йыл аҙағына был күрһәткес 80 меңгә етәсәк.

"Сентябрь аҙағында Өфө менән Күмертау араһындағы Орлан маршрутын оҙайтҡас, Ырымбурға йөрөүселәр һаны бермә-бер артты, тәүҙә 50 мең пассажирға иҫәп тотҡайныҡ. Киләһе йылда был маршрут буйынса 150 мең кеше үтеүен планлаштырабыҙ. Пассажирҙарыбыҙ өсөн хәҙер китапхана бар, "Эксперт Башкортостан" гәзитен һәм башҡа республика гәзит-журналдарын бушлай таратабыҙ. Балалар мөйөшө асыҡ, унда бәләкәй пассажирҙар һүрәт төшөрә ала. Ҡайнар сәй йәки ҡәһүә тәҡдим итәбеҙ, һалҡын булһа тип, юрғандар әҙерләп ҡуйғанбыҙ", — тине Антон Гармаш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 7103/7144 һанлы көндәлек ҡала яны поезы Өфө — Ырымбур маршруты буйынса 28 сентябрҙән Өфө станцияһынан 07.48 сәғәттә һәм 15.15 сәғәттә Ырымбур станцияһынан юлға сыға башланы. Поездарҙың йөрөү ваҡыты — 6 сәғәт 6 минут. Дим, Ҡарламан, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау станцияларында пассажирҙарҙы ултыртыу һәм төшөрөү өсөн туҡталыштар ҡаралған.

Поезд өс вагондан тора, уларҙа уңайлы сәйәхәт өсөн кәрәкле бөтә нәмә бар: һауаны зарарһыҙландырыусы климат менән идара итеү системалары, йомшаҡ ултырғыстар, мобиль ҡоролмаларҙы зарядлау өсөн розеткалар, киң багаж рәшәткәләре, мәғлүмәт алтаҡталары, экологик яҡтан таҙа бәҙрәфтәр.

"Орлан" һаулыҡ мөмкинлектәре сикле пассажирҙар өсөн дә ҡулайлаштырылған. Хәрәкәт итеүе сикләнгән пассажирҙарҙы ултыртыу һәм төшөрөү уңайлылығы өсөн инвалид коляскалары өсөн күтәргестәр, уларҙы беркетеү өсөн махсус урындар, санитар бүлексәлә махсус ҡорамалдар ҡаралған.

"Хыялдар шыршыһы" хәйриә проекты 2019 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолдо. Уның асылы шунда: илдең һәр кешеһе "Елкажеланий.рф" порталында теркәлә һәм акцияла ҡатнашыусыларға — етемдәргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, сирлеләргә Яңы йыл бүләген тапшыра ала. Ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Фото: "Башинформ".

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас