Йәмғиәт
25 Декабрь 2021, 16:30

Саф һауала күңеллерәк!

Быйыл Башҡортостан Башлығы бүләгенә республиканан 780 бала лайыҡ булды.

Саф һауала күңеллерәк!Саф һауала күңеллерәк!
Саф һауала күңеллерәк!

Коронавирус йоҡтороуҙы иҫкәртеү маҡсатында, Башҡортостан Башлығы шыршыһы быйыл да район-ҡалаларҙың үҙҙәрендә үтә.

Был байрамға саҡырылған һәр кем үҙ төбәгендә Башҡортостан Башлығы исеменән Яңы йыл бүләктәрен алды. Күп урындарҙа уларҙы бөгөн тапшырҙылар. Быйыл республикала 780 бала бүләккә лайыҡ булды: олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәткәндәр, спорт ярыштарында еңгәндәр, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостандың эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙә үҫкәндәр, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр, етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар.

Яңы йыл саралары, ауырыу таралыу хәүефен күҙ уңында тотоп, асыҡ һауала үтте. Мәҫәлән, бөгөн Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында балалар һәм өлкәндәр әкиәт геройҙары менән бергә төрлө уйындар уйнаны, йырланы, бейене. Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев һәләтле уҡыусыларға олимпиадаларҙа, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, спорт ярыштарында юғары ҡаҙаныштары өсөн бүләктәр тапшырҙы. Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров 530 балаға Башҡортостан Башлығы бүләктәрен бирҙе. Һәр урында балалар өсөн Яңы йыл тамашаһы ойошторолдо.

Нефтекамала төп ҡала шыршыһы эргәһендә олимпиадасылар, иң әүҙем уҡыусылар, спортсылар, ижади ҡаҙаныштарға өлгәшкән балалар бүләкләнде. Сәхнәлә Нефтекама филармонияһының йырсылары сығыш яһаны. Концерт тантаналы салют менән тамамланды.

Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас