

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БЮТ телеканалындағы эфирҙа Яңы йыл ялдарын нисек үткәреүе тураһында һөйләне.
“Мин республикала булам, был турала бөтә муниципалитет башлыҡтарына әйтәм. Бер-ике көн йоҡлап алам да унан көтмәгәндә берәйһенә ҡунаҡҡа барып ҡыуандырам”, – тине төбәк етәксеһе.
Бөгөн, 26 декабрҙә, Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” яңы йыл алды телемарафонында ҡатнашты. Унда имбирҙән печенье бешерҙе. Кулинарлыҡ һәләттәре менән дә билдәле республика Башлығы печенье өсөн ҡамырҙы бик оҫта йәйҙе.
“Тәжрибә йәш менән килә, бөтәһе лә тиҙ генә өйрәнә алмай”, – тине Радий Фәрит улы алып барыусыға. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң яҡшы бүләк тип төбәк етәксеһе яҡындарының мөхәббәтен тойоу, уларҙың иҫән-һау һәм яндарында булыуы тип атаны. “Бөтәһе лә шыршы янында яҡындары менән бергә йыйылһын, бер-береһенең йылыһынан йылынһын һәм киләсәккә ышаныс менән ҡараһын”, – тип теләне ул.
Фото: "Башинформ".