Йәмғиәт
26 Декабрь 2021, 16:30

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә кемгә лайк ҡуя?

"Ә башҡаларға - бик һирәк осраҡта", тине ул.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә кемгә лайк ҡуя?Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә кемгә лайк ҡуя?
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә кемгә лайк ҡуя?

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙе өнәмәүен әйтте һәм отставканан һуң бөтә медиасәхифәләрен алып ташлаясағын белдерҙе.

"Социаль селтәрҙәр – эш алымы, – тине ул Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында. – Әлегә уларҙан файҙаланыу - минең өсөн нимә эшләүем, фекерҙәрем, эшебеҙҙәге ҡаҙаныштар тураһында һөйләү ысулы. Социаль селтәрҙәр аша йәмәғәт фекерен дә белеп була. Тимәк, бик файҙалы. Район-ҡала башлыҡтары ла социаль селтәрҙәрҙә эшләй, был уларҙың бурысы һәм эше".

Республика Башлығы, алып барыусыларҙың һорауына яуап биреп, ҡатыны Каринэнан башҡа берәүгә лә тиерлек лайк ҡуймағанын да әйтте.

"Иң күбе ҡатыным яҙған постарға лайк ҡуям. Башҡаларға - бик һирәк осраҡта. Бында ниндәйҙер мәғәнә бар тип иҫәпләмәйем", - тине ул.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас