

Башҡортостан юлдаш телеканалындағы интервьюла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт органдарында, парламентта йәштәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға квота булдырыу яҡлы түгеллеген белдерҙе.
"Әммә ҡатын-ҡыҙ коллегаларымдың эшенән миндә тик яҡшы тәьҫораттар, – тине республика етәксеһе. – Иглин, Ҡыйғы райондарында башлыҡтар - ҡатын-ҡыҙҙар. Улар бик әүҙем, йәнле, пассионар етәкселәр. Беҙ икенсе кандидатураларҙы ла ҡарайбыҙ, был тәжрибә миңә оҡшаны. Парламент та - ҡатын-ҡыҙҙар урыны. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға килгәндә, унда ла гүзәл зат вәкилдәре. "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе"н генә алғанда ла, һеҙҙә лә Дмитрий Каретконан башҡа барыһы ла - ҡатын-ҡыҙ. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар – ҡатын-ҡыҙ тарихы ул, изгелек, ярҙамсыллыҡ һ.б. тураһында. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ талантына урын таба ала".
Сығанаҡ: "Башинформ".