Йәмғиәт
26 Декабрь 2021, 15:30

"Максим Чудовтан һабаҡ алырға йыйынам"

Республика етәксеһенең нимәгә өйрәнгеһе килә?

"Максим Чудовтан һабаҡ алырға йыйынам""Максим Чудовтан һабаҡ алырға йыйынам"
"Максим Чудовтан һабаҡ алырға йыйынам"

БЮТ каналындағы "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" эфирында Башҡортостан Башлығы үҙенең иң яратҡан шөғөлө спорт икәнен әйтте һәм уны бөтәһенә лә кәңәш итте.

"Мин спорттың яңы төрҙәрен дә өйрәнәм, – тине ул. – Хоккей уйнай башланыҡ, ярайһы ғына килеп сыға. Максим Чудовтан биатлон буйынса һабаҡ алырға йыйынам. Миңә атыу оҡшай, саңғыла дөрөҫ йөрөү техникаһына өйрәнгем килә".

Алдараҡ республика Башлығының Хөкүмәт етәксеһе А. Назаров һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре менән бергә хоккей менән шөғөлләнгәне хаҡында билдәле булғайны.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас