

Республикаға идара итеү үҙәге Салауат ҡалаһына бәйле яңылыҡ менән бүлеште.
"Салауатта үҙәк шыршы тирәһенә һырғалаҡ эшләгәндәр, конькиҙа шыуырға яратыусылар ҡыуана, ә бына кескәйҙәрҙең ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре һәм фотоға төшөргә яратыусылар соцселтәрҙәрҙе һорауға күмде: боҙҙа бала менән нисек йөрөргә? Хәүефле. Етмәһә, һырғалаҡ та түләүле.
Ҡала идаралығының яҡшыраҡ эшләргә тырышыуы аңлашыла, республикалағы иң ҙур һырғалаҡ – "текә" инде ул! Тик башҡа мәсьәләләр менән дә иҫәпләшергә кәрәк.
Һөҙөмтәлә беҙҙең үҙәк командаһы ҡала етәкселеге һәм һырғалаҡты эшләгән инвестор менән уртаҡлыҡ тапты. Кисә, Яңы йыл алдынан булырға тейешенсә, Салауатта барыһын да астылар: шәп һырғалаҡ, хәүефһеҙ йәйәүле юл, боҙ таусыҡтары. Кемдең конькиҙары бар, бушлай шыуа ала. Шыршы эргәһендә фотозона ла эшләй.
Бөтәһен дә етеп килгән байрам менән!" – тип яҙҙылар үҙәктең социаль сәхифәләрендә һәм Салауат ҡалаһының матур фотолары менән бүлештеләр.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.