

Бөгөн Саҡмағош районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы поликлиника асылыуҙа ғына ҡатнашманы. Республика етәксеһе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлар өсөн Өфө ҡалаһы мэры булып эшләгән мәрхүм Өлфәт Мостафиндың әсәһе янына ла инеп сыҡҡан.
Билдәле булыуынса, ул 2020 йылдың 29 октябрендә вафат булғайны.
“Аралашҡан саҡта Өлфәт Мансур улының әсәһе кисә улын төшөндә күргәне тураһында һөйләне. Күрәһең, Яңы йыл алдынан ул әсәһен ошолай итеп ҡотларға булғандыр”, – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июндә Башҡортостан Башлығы Радий хәбиров Өлфәт Мостафиндың тыуған районына барҙы һәм яҡты донъянан ваҡытһыҙ киткән дуҫы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыуҙа ҡатнашты. Ул саҡта ла Радий Хәбиров Миләүшә Мөхәммәтшәрип ҡыҙы янына инеп хәлен белешеп сыҡҡайны.
Фото: "Башинформ".