Йәмғиәт
27 Декабрь 2021, 17:00

Аэропортта – “Макдоналдс”!

"Алдағы биш йылда республиканың йәмәғәт туҡланыуы индустрияһы үҫешенә 650 миллион һумдан ашыу аҡса һалырға, 600-гә тиклем яңы эш урыны булдырырға, шулай уҡ урындағы етештереүселәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләйбеҙ".

Аэропортта – “Макдоналдс”!Аэропортта – “Макдоналдс”!
Аэропортта – “Макдоналдс”!

Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” аэропортының эске һауа юлдары терминалына төшөү зонаһында тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Макдоналдс” тиҙ хеҙмәтләндереү предприятиеһы асылды. Дөйөм туҡланыу зонаһы 338 квадрат метрҙы биләй, бер үк ваҡытта 90 пассажирҙы һәм баш ҡала ҡунаҡтарын һыйҙыра аласаҡ.

Яңы “Макдоналдс”тың интерьерын биҙәүҙә бөтә халыҡ-ара сифат стандарттарын күҙ уңында тотоп, заманса дизайнер концепцияһы тормошҡа ашырылған. Килгән ҡунаҡтарға уңайлы булһын өсөн, бина үҙ-үҙеңде электрон хеҙмәтләндереү терминалдары менән йыһазландырылған. Шулай уҡ предприятие биләмәһендә популяр “МакКафе” концепты һаҡланған. Бында, һәр ваҡыттағыса, уңайлы өй мөхите, тиҙ хеҙмәтләндереү, тәмле десерттар һәм легендар ҡәһүә бар.

Яңы предприятиела килгәндәрҙе өҫтәл артында хеҙмәтләндереү өсөн уңайлы сервис эшләйәсәк. Ҡунаҡ был опцияны заказды урынлаштырыу процесында һайлай һәм үҙенсәлекле номер, беркетелгән радиомодуле булған табличка-локатор ала аласаҡ. Ошо яҙыу менән үҙегеҙгә уңайлы өҫтәл артына урынлашырға мөмкин, ә заказды, әҙер булғас, хеҙмәткәр килтерәсәк.

"Бөтә донъяға билдәле “Макдоналдс” брендының “Өфө” халыҡ-ара аэропортында яңы йәмәғәт туҡланыу пунктын урынлаштырыуы менән ғорурланабыҙ, – ти "Өфө" халыҡ-ара аэропортының коммерция директоры Денис Никитин. – 2021 йылда эске авиалиниялар терминалын төҙөкләндереүҙе тамамланыҡ, уны 29 мең квадрат метрға тиклем киңәйттек. Эске авиалиния терминалының пассажирҙарҙы үткәреү һәләте сәғәтенә 600-ҙән 1200-гә тиклем артты. Шуға күрә йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәренә ихтыяж байтаҡҡа артты. Бынан тыш, “Макдоналдс”тың дизайнер концепцияһы яңы терминалдың архитектураһына тап килә, ул заманса алымдарҙы иҫәпкә алып эшләнде".

"Башҡортостандың баш ҡалаһы селтәр өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора, - тип билдәләне “Төбәк туҡланыу предприятиелары селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Александр Калинин. – Алдағы биш йылда төбәктең йәмәғәт туҡланыуы индустрияһы үҫешенә 650 миллион һумдан ашыу аҡса һалырға һәм 600-гә тиклем яңы эш урыны булдырырға, шулай уҡ урындағы етештереүселәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Башҡортостан – эре мал үрсетеү буйынса лидерҙарҙың береһе, шуға күрә беҙ урындағы хужалыҡтарҙы үҫтереү менән шөғөлләнергә әҙер".

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың авгусында өсөнсө “Көньяҡ Урал” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Макдоналдс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Марк Карена республика Хөкүмәте менән Рәсәйҙең алдынғы йәмәғәт туҡланыуы селтәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Алдағы биш йылда “Макдоналдс” төбәктә яҡынса 600 эш урыны булдырып, ете яңы дөйөм туҡланыу предприятиеһы төҙөргә ниәтләй. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 650 миллион һум тәшкил итә. Өфө аэропортындағы “Макдоналдс” тиҙ хеҙмәтләндереү предприятиеһы ҡул ҡуйылған килешеү нигеҙендә асылған тәүге дөйөм туҡланыу урыны булды.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас