Йәмғиәт
27 Декабрь 2021, 10:00

Иң шәп Ҡарһылыуҡай – Учалы ҡыҙы!

"Бәйге тураһында әсәйемдән ишеттем. “Ҡыҙым, көсөңдө һынап ҡарайһыңмы әллә?”, - тине ул.  Минең өсөн – был тәүге конкурс, бығаса оҡшаш сараларҙа ҡатнашҡаным булманы..."

Иң шәп Ҡарһылыуҡай – Учалы ҡыҙы!Иң шәп Ҡарһылыуҡай – Учалы ҡыҙы!
Иң шәп Ҡарһылыуҡай – Учалы ҡыҙы!

Йәкшәмбе баш ҡалала, “Торатау” Конгресс-холында Яңы йыл алдынан үҙенсәлекле тамаша – “Ҡарһылыуҡай –  2021” башҡорт Ҡарһылыуҙары бәйгеһе үтте.

Әйтергә кәрәк, был ялдарҙа һауа торошо кинәт боҙолоп, күҙ асҡыһыҙ буран булып, республика юлдарында  ғәҙәттән тыш хәл тыуғаны мәғлүм. Шуға күрә сараны билдәләнгән ваҡытынан бер аҙ һуңыраҡ башланылар, сөнки финалға сығып, сәхнәлә сығыш яһаясаҡ ҡыҙҙар Башҡортостандың төрлө төбәктәренән туғандарын, дуҫтарын, яҡындарын көтә тине. Юлдар ябылыу сәбәпле, күптәре кире боролорға мәжбүр булһа, юлға сыҡҡандары бер аҙ һуңлап килеп етте.

Беренсе тапҡыр үткәрелгән сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Һомай” мәҙәниәт һәм ижади үҫеш студияһы, “Легион” компаниялар төркөмө ойошторған.

Бәйгенең маҡсаты – тамырҙары Башҡортостан менән бәйле булған ҡыҙҙарҙың матурлығын күрһәтеү, йәштәрҙең ижади потенциалын асыу, рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе пропагандалау.

Бәйге ике номинация буйынса үткәрелде, 7 йәштән 10 йәшкәсә һәм 18 йәштән 30 йәшкәсә ҡыҙҙар һайлап алынды һәм финалға 12-шәр гүзәлкәй сыҡты.

Бәйге финалы сағыу булды, ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырғандан һуң һәләттәре хаҡында һөйләне, сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен тотоу, бейеү, йырлау шиғыр һөйләү оҫталыҡтарын күрһәтте. Ҡатнашыусыларҙың географияһы киң: Ҡарһылыуҡайҙарҙың тамырҙары Ишембай, Нуриман, Ейәнсура, Учалы, Саҡмағош, Бөрйән, Хәйбулла, Баймаҡ, Ғафури райондарынан, Өфө ҡалаһынан. Ҡарһылыу костюмдары, сибәркәйҙәр кейгән зауыҡлы күлдәктәр ҙә  күҙҙең яуын алды, байрамға Яңы йыл рухын бирҙе.

Тағы ла шуныһы: сибәркәйҙәр араһында әле генә үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан 18 йәшлек ҡыҙҙар менән бер рәттән, тормошта күптән үҙ юлын тапҡан, әсәй булырға өлгөргән ханымдар ҙа бар ине. Мәгәр, ярыш сәмле булды, бөтәһе лә һәләттәрен төрлө яҡлап асырға тырышты. Мәҫәлән, музыкаль номерҙар бигерәк тә иҫтә ҡалды: Илүзә Вәлитова “Дарман” проекты менән бергә сығыш яһаһа, Наҙгөл Ғәйфуллина иһә “Арғымаҡ” төркөмө менән сәхнә   уртаҡлашты, рухлы, дәртле номер тамашасылар күңеленә хуш килде. Күркәм күлдәктәрҙәге дефиле ла ҡыҙҙарҙың һомғоллоғон, матурлығын тағы берҙе иҫбатланы.

Көсөргәнешле бәйгелә беренсе урынды ике Ҡарһылыуҡай – Илүзә Вәлитова менән Айгүзәл Исхакова бүлеште, икенсе урынға Эльвира Мансурова сыҡты. Өсөнсөлә – Гөлфиә Боҫҡонова.

Гран-прины һәм 300 мең һумлыҡ сертификатты иһә Учалы гүзәле Наҙгөл Ғәйфуллина яуланы. Уға 18 йәш, ғаиләлә иң өлкән бала, туғыҙ йәшлек Илнара исемле һеңлеһе бар. Әлеге ваҡытта Наҙгөл Өфө сәнғәт училищеһының эстрада-джаз вокалы бүлегендә, өсөнсө курста уҡып йөрөй, ҙур сәхнә хаҡында хыяллана.

 – Бәйге тураһында әсәйемдән ишеттем. “Ҡыҙым, көсөңдө һынап ҡарайһыңмы әллә?”, - тине ул.  Минең өсөн – был тәүге конкурс, бығаса оҡшаш сараларҙа ҡатнашҡаным булманы. Һис шикһеҙ, был – оло тәжрибә. Борсолорға ла, тулҡынланырға ла тура килде. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа лайыҡлы ине, улар һәр конкурсҡа ныҡлап әҙерләнде. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Был бәйге үҙ-үҙемә ышаныу өҫтәне, булмышымды һәр яҡлап асырға ярҙам итте. Яҡындарыма һәр саҡ терәк-таяныс булғаны, ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт – был еңеүҙә уларҙың да өлөшө бар. Артабан да ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашырға теләгем бар, –  ти Наҙгөл.

Фото: Яна Миңлеғәлина

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас