Йәмғиәт
27 Декабрь 2021, 07:00

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрам менән ҡотланы.

Һөнәри байрамығыҙ менән!Һөнәри байрамығыҙ менән!
Һөнәри байрамығыҙ менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрам менән ҡотланы.

“Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе Рәсәй Федерацияһы ҡотҡарыусылары көнө менән ихлас ҡотлайым!

Изге һөнәрегеҙ иң ихтирамлыларҙың береһен тәшкил итә. Һеҙ ғәйәт ҡатмарлы һәм хәүефле бурыстарҙы башҡарырға һәр саҡ әҙерһегеҙ. Ысын ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп, бәләгә тарығандарға беренсе булып ярҙамға киләһегеҙ,

Бөгөн Башҡортостанда, комплекслы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү системаһының мөһим өлөшө булараҡ, илдәге иң ышаныслы ашығыс ярҙам хеҙмәттәренең береһе эшләй. Һеҙҙең тырышлығығыҙ менән быйыл республикала 1300-ҙән ашыу кеше ғүмере ҡотҡарылған. Ҙур янғындар етди һынау булды. Уларҙы һүндереү барышында ауыр мәсьәләләрҙе фиҙакәр хәл иттегеҙ, утты биләмәләргә яҡын ебәрмәнегеҙ.

Һәр ҡайһығыҙ махсус яуаплылыҡты тулыһынса аңлай, ябай булмаған, бик мөһим хеҙмәттә үҙенең һөнәри һәм кешелек бурысын намыҫлы үтәй. Рәхмәт һеҙгә! Уның үҫешенә тос өлөш индергән ҡәҙерле ветерандар алдында ихтирам менән баш эйәм.

Киләсәктә лә ҡотҡарыусыларыбыҙ ҡатмарлы хәлдәрҙә республика халҡы өсөн ышаныслы терәк булыр, тип ышанам. Ошондай һынауҙар мөмкин тиклем аҙыраҡ булһын! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға!” – тиелә республика Башлығының ҡотлауында.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас