Йәмғиәт
27 Декабрь 2021, 17:30

"Ҙур ҡәнәғәтлек менән Ҡыш бабай булам"

Радий Хәбиров: "Хөкүмәт ағзалары менән акцияға шатланып ҡушылдыҡ".

"Ҙур ҡәнәғәтлек менән Ҡыш бабай булам""Ҙур ҡәнәғәтлек менән Ҡыш бабай булам"
"Ҙур ҡәнәғәтлек менән Ҡыш бабай булам"

Республика Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһенән:

“Йолаға әйләнеп киткән “Теләктәр шыршыһы” мәрхәмәт акцияһында ҡатнаштым. Уның әһәмиәте – ҡатмарлы хәлдә ҡалған мөмкин тиклем күберәк өлкәндәр менән балаларға байрам бүләк итеүҙә. Шуға ла Хөкүмәт ағзалары менән акцияға шатланып ҡушылдыҡ.

Бөгөн мин Яңы йыл ағасынан теләктәр яҙылған өс шарҙы алдым. Баймаҡ, Өфө һәм Илеш районы балаларының хыялдары тормошҡа ашыуға ярҙам итәсәкмен. Улар смартфон, планшет һәм самокат һораған. Ҙур ҡәнәғәтлек менән улар өсөн шәхси Ҡыш бабай булам.

Яңы йыл әкиәте ысынға әйләнеүҙә өлөшөң булыуы ҡыуандыра”.

Фото: Р. Хәбировтың Инстаграмдағы сәхифәһендәге видеонан скриншот.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас