Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 05:00

101 йәшлек һуғыш ветераны мәрхүм булды

1920 йылғы Әхмәтйән Рәхимйән улы тыумышы менән Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылынан.

101 йәшлек һуғыш ветераны мәрхүм булды101 йәшлек һуғыш ветераны мәрхүм булды
101 йәшлек һуғыш ветераны мәрхүм булды

Яҡты киләсәгебеҙ өсөн үҙҙәрен аямаған, яу яланында ҙур батырлыҡтар күрһәткән яугирҙәребеҙҙең арабыҙҙан китеүе үкенесле. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән 101 йәшлек Әхмәтйән Кәримовтың йөрәге ошо көндәрҙә тибеүҙән туҡтаны.

1920 йылғы Әхмәтйән Рәхимйән улы тыумышы менән Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылынан. 1942 йылда егет армияға алына, һалдат 3-сө Украина фронтында фашистарға ҡаршы көрәш алып бара. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ мәргән пулеметсы була.

Әхмәтйән Кәримов Бөйөк Еңеүҙе Австрияның баш ҡалаһы Венала ҡаршылай, ә тыуған яҡтарына 1946 йылда ғына ҡайтып төшә.

Етәкселек ҡайҙа ҡушһа, Әхмәтйән Рәхимйән улы шунда эшләгән. Ул тырыш хеҙмәте, егәрле һәм ныҡышмал сифаттарҙы үҙ иткәне өсөн хөрмәт ҡаҙанған.

Фото: Гөлназ Сәйетбатталова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас