

Барыҫ йылын уңышлы, ырыҫлы тип һанаған ата-бабаларыбыҙ. Аҡ өмөттәр, саф ниәттәр менән ошо йылға аяҡ баҫабыҙ. Ә “барыҫтар”, йәғни яңы йылдың хужалары, үҙҙәре ниндәй кешеләр икән? Быйылғы уңыштары, тәьҫораттары, үҙ йылына бағлаған уй-ниәттәре, гәзит уҡыусыларға теләктәре менән ҡыҙыҡһынып, Барыҫ йылында тыуған шәхестәргә мөрәжәғәт иттек.
Рәмил СУРАҒОЛ, шағир, бихисап йырҙар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
– Ер шарында ковид тигән яман зәхмәт таралыуға ҡарамаҫтан, тормош дауам итә. Беҙгә ҡәҙәр йәшәгән быуындар ҙа ниндәй генә һынау аша үтмәгән: һуғышын да, аслыҡ-яланғаслығын да, ҡурҡыныс сирҙәрҙе лә кисергән. Беҙ – шул сыныҡҡан, батыр быуындың балалары, ейәндәре, шуға күрә уҙып барған йылға һис үпкәм юҡ. Үҙемдең “Сурағол” нәшриәтендә ҡаҙаҡ шағиры Саят Камшыгерҙың ҡаҙаҡ, башҡорт, рус телдәрендә “Саған” тигән китабын сығарған инем. Мине Мәскәүҙәге Ҡаҙағстан илселегенә саҡырып, Абай исемендәге миҙал тапшырҙылар. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев исемендәге премияға лайыҡ булдым. Был премияның суммаһын Яңауыл ҡалаһы мәсетен төҙөкләндереүгә хәйриә иғәнәһе итеп бирҙем.
Яңы 2022 йылға ла ҙур өмөттәр, матур ниәттәр менән аяҡ баҫам, сөнки, Алла бойорһа, 60 йәшлек юбилейымды билдәләйем. Тыуып үҫкән төйәгем Ҡырмыҫҡалыла, Архангелдә, Өфөлә һәм Ҡазанда ижад кисәләремде үткәрергә уйлайым. Уларҙа мин яҙған йырҙар менән сәнғәт күгендә танылыу алған сәхнә йондоҙҙары ҡатнашыр, тип күҙаллайым. Яңы йырҙарым тупланған китабымды нәшер итеү тураһында уйлап ҡуйғанмын.
Ә инде “Һеҙ ниндәй “Барыҫ”?” тигән һорауға килгәндә, йондоҙнамәлә беҙҙең хаҡта кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл, һүҙендә тора, ғаилә, туған йәнле тигән һүҙҙәр бар. Ысынлап та, булмышым тап шундай. Тормоштағы төп йәшәү асылым – кешегә зыян итмәү.
Яңы йыл байрамына бәйле бер ҡыҙыҡлы хәлде лә һөйләп үтәйем әле. 90-сы йылдар уртаһында Ҡыш бабай булып кейенеп, бүләктәр тултырылған тоҡ аҫып, балалар баҡсаһындағы кескәйҙәрҙе ҡотлар өсөн иртәлеккә барҙым. Бәләкәстәрҙе йырлаттым, бейеттем, бүләктәр тараттым. Кис, сәй эсеп ултырғанда, улым: “Атай, әллә һин Ҡыш бабайҙың туғанымы? Уның туны аҫтынан нәҡ һинеке кеүек күлдәге күренеп тора ине”, – тип әйтеп ҡуйҙы. “Эйе, улым, ул минең дә олатайым!” – тип яуапланым инде.
“Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға иң изге, иң ихлас теләктәремде юллайым. Был баҫма шәхсән үҙем өсөн бик яҡын һәм ҡәҙерле, сөнки унда уҙған быуаттың 50-се йылдарында атайым – тарих фәндәре кандидаты Мотаһар Сәйфулла улы Сурағолов эшләгән. Мин дә бала саҡтан республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы менән дуҫмын. 80-се йылдарҙа шағир Муса Сиражи етәкселегендәге “Сатҡылар” әҙәби берекмәһенең яуаплы секретары булдым. Шул осорҙа ижад емештәребеҙ “Башҡортостан”да ла йыш баҫылды.
Яратҡан гәзитемә – тоғро уҡыусылар, яҡшы тираж, иҡтисади тотороҡлолоҡ, редакцияның эшһөйәр, талантлы коллективына – берҙәмлек һәм ижади ҡаҙаныштар, ә инде республикам халҡына именлек һәм һаулыҡ теләйем!
* * *
Ғәлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың 1998 – 2004 йылдарҙағы мәғариф министры:
– Бөгөнгө хәл-торошҡа күптәр зарлана, “эпидемия шарттарында йәшәү шул тиклем ауыр”, ти. Эйе, элекке бер хәүефһеҙ йәшәгән саҡтар һағындыра, шулай ҙа беҙ тормош юлдашым Самат Әбдрәхим улы (Самат Мөхәмәтйәнов – ғалим-педагог, философия фәндәре докторы – автор) менән ауырлыҡтарға ҡарамай, әүҙем йәшәү рәүеше алып барырға тырышабыҙ. Вакцина уйлап табылыу менән прививка, мәле еткәс, ревакцинация яһаттыҡ, сөнки, хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт кеше араһындабыҙ.
Әле яңыраҡ ҡына “Иң яҡшы педагогик династия” төбәк-ара конкурсына эксперт сифатында саҡырҙылар. 16 төбәктән шундай көслө уҡытыусылар династиялары килгән ине, һоҡланып ҡарап ултырҙым. Шулай уҡ Өфөлә йыл һайын үткәрелеп килгән “Баш ҡала ҡаҙанышы” конкурсында ла эксперт булараҡ ҡатнаштым. Был сара кешеләр өсөн эшләүселәрҙең күберәк була барыуын, ирекмәнлектең иң матур өлгөләрен асыҡ күрһәтә.
Быйылғы шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе – “Һәр ваҡыт янда һәм барыһынан алда булыу” тип аталған китабым донъя күрҙе. Уны атҡарып сығыу бик ҙур хеҙмәт, ваҡыт һәм көс талап итте. 2022 йылда ошо китабым менән Рәсәй конкурсында ҡатнашырға ниәт итеп торам.
Ә инде Барыҫ йылына килгәндә, юлбарыҫ – көслө лә, шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле лә януар. Мин дә һәр ваҡыт эшемдә – көслө хеҙмәткәр, ә өйҙә нәзәкәтле, хәстәрлекле ҡатын, әсәй, хужабикә булырға тырыштым. Бөгөн инде ейән-ейәнсәрҙәр өсөн яратҡан өләсәй-олатай булыу ҡыуанысын кисереп ғүмер итәбеҙ. Кешеләрҙәге иң яратмаған сифатым – ялҡаулыҡ. Йондоҙнамәләргә ышанып бармайым, күп нәмә үҙеңдән тора тигән ҡараштамын.
Теләктәрем ябай ҙа, изге лә: “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға һаулыҡ, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем! Был заман беҙгә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә, туғанлыҡ ҡиммәтен нығыраҡ аңларға өйрәтте. Юғалтыуҙар урап үтһен, именлектә, теүәллектә йәшәргә яҙһын! Тағы ла бер теләгем – милли рухыбыҙ нығынһын, телебеҙ йәшәһен, рухи тамырҙар өҙөлмәһен!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА яҙып алды.

