

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостанда киләһе йылдың ниндәй исем йөрөтәсәге билдәле булды. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтте.
– Беҙ исемле йылдарҙы матурлыҡ өсөн генә атамайбыҙ. Унан ниндәйҙер файҙа көтәбеҙ, шул йәһәттән ҙур эштәр башҡарылыр тип күҙ уңында тотабыҙ. Шуға күрә 2022 йыл Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителәсәк, – тине ул.
Был туралағы указға бөгөн ҡул ҡуйыласаҡ.
- Бының үҙ сәбәбе бар. Быйыл беҙ бик уңышлы итеп WorldSkills финалын үткәрҙек, командаларыбыҙ яҡшы сығыш яһаны. Беҙ һөнәри белем биреү системаһы менән нығыраҡ эшләргә кәрәклеген аңланыҡ. Башҡортостанда 96 колледж бар - илдә иң күбе. Шуға хәҙер һөнәри белем биреүҙе яңыртыу тураһында уйларға ваҡыт. Беҙ әле Рәсәй Хөкүмәте менән Өфөлә профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу буйынса федераль үҙәк асыу тураһында һөйләшеү алып барабыҙ. Бындай ярҙам алырбыҙ тип ышанам, һәм был, һис шикһеҙ, һөнәри белем биреүҙе үҫтереүгә этәргес бирәсәк. Урта махсус уҡыу йорттары ятаҡтарында ла яҡшы шарттар булдырырға кәрәк, әммә тәү сиратта уҡытыу-етештереү базаһын яңыртырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
Фото: "Бәйләнештә".