Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 10:44

Байрам табынына

 Ҡаймаҡ бәлеше – башаҡ рәүешендә

 

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән аш-һыу оҫтаһы Раушания Мөлөкова бешергән бәлеш, бауырһаҡ, сәксәктәрҙең даны тирә-яҡҡа таралған. Ул тәҡдим иткән ҡаймаҡ бәлеше һәм бөйөрөктәр Яңы йыл табынына ла таман булыр.

 

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ:

200 грамм май йәки маргарин (бүлмә температураһында)

4 аш ҡалағы шәкәр

1 йомортҡа

0,5 балғалаҡ тоҙ

100 – 120 грамм йылы һыу

1 ҡап сүпрә (11 грамм)

кәрәгенсә он.

Эслек өсөн:

400 грамм кибет ҡаймағы

3 йомортҡа

4 аш ҡалағы шәкәр

1 аш ҡалағы крахмал (һалмаһағыҙ ҙа була)

грек сәтләүеге (булмаһа ла ярай)

Йылы һыуға сүпрә, 1 балғалаҡ шәкәр, 1 аш ҡалағы он һалып болғап, ситкә ҡуйып торабыҙ.

Артабан йомшаҡ майға шәкәр, йомортҡа, тоҙ, алдан ҡабартылған сүпрә һалып, ҡулға йәбешмәҫлек кенә итеп йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ ҙа ярты сәғәткә ултыртып торабыҙ.

Ул арала эслек әҙерләйбеҙ. Ҡаймаҡ, йомортҡа, шәкәр, крахмал һалып болғайбыҙ. Ҡабарған ҡамырҙы тигеҙ генә итеп йәйеп, ситтәрен күтәрә биреберәк табаға һалабыҙ. Бысаҡ менән ситтәрен киҫеп сығып, башаҡ рәүешендә биҙәп, әҙер эслекте ҡоябыҙ. Өҫтөнә йыуып киптерелгән сәтләүекте ваҡлап һибеп, эҫе мейескә (180–200 градус) 40–45 минутҡа оҙатабыҙ.

Ошо ингредиенттарҙан ике бәлеш сыға.

 

Ҡатламлы ҡамырҙан – тәмле бөйөрөктәр

 

– Ошо ҡатламлы ҡамыр кибеттәрҙә үҙе ҡыйбат, үҙе ярты кило самаһы ғына. Күмәк балалы ғаилә өсөн һатып алыу кеҫәгә лә һуға, шулаймы? Ә бит уны эшләү бер ни ҙә тормай, – ти Раушания Мөлөкова.

 

Шулай итеп, кәрәк буласаҡ:

1 стакан ҡайнар һыу

1 стакан һөт

1 йомортҡа

1 - 1,5 балғалаҡ тоҙ

 200 – 250 грамм аҡ май

кәрәгенсә он.

 

– Һөткә ҡайнар һыу ҡушып, тоҙ, йомортҡа, 50 грамм аҡ май, он һалып, үтә йомшаҡ итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ. Баҫҡан ҡамырҙы ҡапҡа төрөп, ярты сәғәт самаһы һыуытҡысҡа һалып торабыҙ. Ваҡыты үткәс, алып, ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ ҙә береһен ситкә ҡуябыҙ. Бер өлөшөн алып, онло таҡтала әүәләп, 10–12 өлөшкә киҫеп сығабыҙ.

Ҙур ғына (мәҫәлән, 30 сантиметр диаметрлы) ялпаҡ тәрилкә алабыҙ. Бәләкәй өлөштәргә киҫкән ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, тәрилкәгә һалырға һәм бүлмә температураһында тороп йомшарған майҙы һөртөргә кәрәк, тағы ҡамыр йәйергә, йәнә май һөртөргә.

Шулай итеп, барлыҡ ҡамыр өлөштәрен шул тәртиптә эшләп бөтөргә кәрәк. Артабан, йәйеп бөткән ҡамырҙы тәрилкәнән алып, бер аҙ онло таҡта өҫтөнә һалып, колбаса формаһында төрәбеҙ ҙә бер сәғәт самаһына туңдырғысҡа оҙатабыҙ.

Бер аҙ туңған ҡамырҙы үҙегеҙ теләгән ҙурлыҡта киҫеп сығырға ғына ҡала. Ҡамыр әҙер. Эслеген үҙегеҙ ҡарағыҙ, тауыҡ йәки һарыҡ итенән бешерәһегеҙме, уныһы – һеҙҙең ҡарамаҡта.

Ашығыҙ тәмле, өйөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар! – тип изге теләктәрен еткерә Раушания.

 

Л. АЙҘАРОВА әҙерләне.

Читайте нас