Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 03:00

Ете балалы ғаиләнән малайҙың хыялы тормошҡа ашты

"Был беҙгә, өлкәндәргә, үҙебеҙҙе тылсымсы итеп тойоу һәм балаларға шатлыҡ бүләк итеү мөмкинлеген бирә".

Ете балалы ғаиләнән малайҙың хыялы тормошҡа аштыЕте балалы ғаиләнән малайҙың хыялы тормошҡа ашты
Ете балалы ғаиләнән малайҙың хыялы тормошҡа ашты

“Теләктәр шыршыһы” акцияһы дауам итә. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ла уға ҡушылып, Учалы һәм Иглин райондарында йәшәгән балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашырҙы.

– Йола буйынса депутаттар Яңы йыл алдынан Бөтә Рәсәй “Теләктәр шыршыһы” акцияһы сайтына яҙған балаларҙың хыялын тормошҡа ашыра. Был беҙгә, өлкәндәргә, үҙебеҙҙе балалар хыялын үтәгән тылсымсы итеп тойоу һәм уларға шатлыҡ бүләк итеү мөмкинлеген бирә. Әйткәндәй, мин тәмлекәстәрҙе китап йәки башҡа файҙалы бүләктәргә алмаштырыу буйынса “Кәнфит урынына” акцияһын хуплайым, һәм бөтәһен дә ҡушылырға саҡырам, – тиһ һөйләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

Эльвира Айытҡолова тәүҙә Иглин районының Ҡалтыман ауылында йәшәгән 11 йәшлек Стас Абрамовтың теләген тормошҡа ашырған. Стас ете бала тәрбиәләнгән күп балалы ғаиләнән. Малай уҡыу өсөн Яңы йылға смартфон һораған.

“Бүләк өсөн ҙур рәхмәт, был - мин хыялланған смартфон. Бөтәһен дә Яңы йыл менән ҡотлайым һәм барлыҡ хыялдарҙың тормошҡа ашыуын теләйем”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Стас.

Депутат киләһе планшетты һәм аҡыллы сәғәтте Учалы районында йәшәгән балаларға тапшырасаҡ.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайтынан.  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас