

Улым Алмаздың Ҡыш бабай көткән, уға ышанған саҡтары күптән үткән инде, әммә уның бала сағы менән бәйле хәлдәр әле булһа күңел түрендә, хәтирәләре ҡәҙерле.
Яңы йылға әҙерлек алдан башлана. Ҡыш бабайға хат яҙыуға ул ышанмай ине. “Конвертты барыбер асып уҡыйһығыҙ, миңә телефонын табығыҙ ҙа, үҙем уға шылтыратам”, – тип шарт ҡуйҙы. Ҡыш бабай ролен ул йылда класташым Даян Мәжитов башҡарҙы. Ҡыш бабай менән алдан һөйләшеп ҡуйғас, оҙон исемлек күпкә ҡыҫҡарҙы. “Мин балалар йортонда йәшәгәндәргә лә бүләктәр бирәм бит, уларҙың ата-әсәһе юҡ”, – тигәс Алмаз шул балаларҙы йәлләп бер булды. Ул йылда нимә һорағандыр, иллә-мәгәр, тормош иптәшем БЮТ-та эшләгәс, профсоюздар комитеты Ҡыш бабайҙы өйгә үк ебәрҙе.
Ул хәл һаман онотолмай: ҡуртымға алынған бәләкәй генә фатирыбыҙға Әхәт Мортазин килеп инмәһенме! Дикторҙың тауышы, үҙен тотошо, кейенеүе – барыһы ла алдан уйланылған, ып-ысын. Хатта беҙ ҙә мөғжизәгә ышандыҡ! Ятланған шиғырҙар һөйләнде, матур итеп фотоға төштөк. Алмаз, Ҡыш бабайҙың алдына ултырып йырлап та алды.
Ҡыш бабай-Әхәт Мортазин сығып киткәс, Алмаз “аһ!” итеп ҡалды:
– Уй, Ҡыш бабай минең менән уйнап-көлөп ултырһа ла, уға ҡалай ҡыйын булған икән, – ти.
– Ниңә улай тип уйлайһың?
– Һуң ҡара, ул иреп ултырған, – тип миңә быйманан иреп төшкән күләүектәрҙе күрһәтә.
Ошо Ҡыш бабайҙан һуң башҡаһын улым үҙ итмәне. “Беҙгә бер тапҡыр ғына ысын Ҡыш бабай килде, ҡалғандары алдаҡ ине”, – тип оҙаҡ һөйләне.
Был һүҙҙәр хаҡ ине. Унан һуң нисәмә йыл балаларға байрам булһын тип, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу саҡырһаҡ та, әкиәткә өмөттө аҡламанылар. Йә уның джинсыһы күренә, йә быйма урынына итек кейә, йә һаҡалы йәбештерелгәне күренә. Ә беҙ инде нисәмә йыл Әхәт Мортазиндың Ҡыш бабай образын онота алмайбыҙ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.