Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 10:28

Ирем – Ҡыш бабай бүләге

kto-chto-gde.rukto-chto-gde.ru
Фото:kto-chto-gde.ru

Ноябрь тирәләре ине. Телевизорҙан Яңы йылға бәйле реклама күрһәтә башланылар. Почтаға инһәм, Ҡыш бабайға хат яҙа торған конверт тора. Алдым да кис ултырып Ҡыш бабайға хат яҙҙым.

Ул саҡта шәхси тормошомда ла, эшемдә лә проблемаларым күп ине, кредитым буйынса ла бурысым өйөлгәйне, шуға күрә илай-илай яҙҙым. Яңы йылға тиклем Ҡыш бабайҙан яуап һәм ярҙам көттөм. Өлкәнәйә башлаһаҡ та, мөғжизәгә ышанабыҙ бит. Тик яуап килмәне, һәм мин был хәлде оноттом.

Йәйгеһен гәзит араһынан бер сағыу конверт килеп сыҡты. Тышында Ҡыш бабай һүрәте һәм “Йәйге сәләм!” тип ҡуйылған. Ҡыш бабай, 200 меңдән ашыу хат алыуы сәбәпле, миңә шунда уҡ яуап яҙа алмауын, иң тәүҙә балаларға хаттар ебәреүен яҙған. Унан миңә йылы теләктәрен еткереп, барыһы ла яҡшы буласағын белдергән.

Ҡыш бабай мөғжизәһе булдымы, уның хатынан һуң яҡшы кешене осратып, тормошҡа сыҡтым, ул миңә кредиттарымды ябырға ярҙам итте. Икенсе эшкә күсеп, яҡшы эш хаҡы ла ала башланым. Иремдән хәҙер: “Һин – минең Ҡыш бабай бүләгем”, – тип көләм.

Гүзәл СӘЛИХОВА.

Читайте нас