Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 16:00

Көн үҙәгендә - алданған өлөшсөләр мәсьәләһе

"Бындай осраҡтарҙа беҙгә прокуратураның ярҙамы кәрәк".

Көн үҙәгендә - алданған өлөшсөләр мәсьәләһеКөн үҙәгендә - алданған өлөшсөләр мәсьәләһе
Көн үҙәгендә - алданған өлөшсөләр мәсьәләһе

28 декабрҙә республика Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алданған өлөшсөләр мәсьәләһенең хәл ителеше тураһында һөйләне.

"Өс йыл элек төбәктә торлаҡ һатып алыу буйынса ун меңдән ашыу алданған өлөшсө бар ине. Яйлап был ҡатмарлы хәлде сисә барабыҙ. 2021 йыл башына республикала, торлаҡ төҙөлөшөнә үҙ өлөшөн индереп, 7232 кеше зыян күргән. Бер йыл эсендә 3285 кешене торлаҡлы итә йәки компенсация түләй алдыҡ. Енәйәттәре өсөн яуап бирергә тура килгән ҡайһы бер төҙөүселәр яңынан төҙөлөш баҙарына ҡайтырға маташа. Ә икенселәре иһә һаман иректә йөрөй. Бындай осраҡтарҙа беҙгә прокуратураның ярҙамы кәрәк", - тине ул.

Яңыраҡ Башҡортостан прокуроры вазифаһына тәғәйенләнгән Игорь Пантюшин ведомствоның беренсел мәсьәләләре тураһында бәйән итте.

"Иң тәүҙә бәлиғ булмағандар араһындағы енәйәтселекте иҫкәртеү буйынса эшләйәсәкбеҙ. Шулай уҡ алданған өлөшсөләр һорауы ла хәүеф тыуҙыра. Был дөйөм дәүләтебеҙҙең проблемаһы - халыҡтың ғәйепләүе ғәҙел. Бергәләп быны хәл итә алырбыҙ тип уйлайым", - тине ул.

Прокорур оператив кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы һәм Башҡортостандың социаль-иҡтисад өлкәһендә юғары уңыштарға өлгәшеүен билдәләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас