

Республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2021 йыл йомғаҡтары буйынса “Йыл ҡаҙанышы” конкурсында еңгән муниципалитеттар аталды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың октябрендә Радий Хәбиров иң яҡшы муниципалитеттарҙы билдәләү өсөн конкурс уҙғарыу тәртибе һәм рейтинг төҙөү методикаһы тураһында указға ҡул ҡуйғайны.
Был хаҡта доклад менән Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – Башҡортостан министры Азамат Абдрахманов сығыш яһаны. Рейтинг төҙөгәндә биләмәләр өс төркөмгә бүленде: ҡала округтары, административ үҙәге ҡалала булған райондар һәм ауыл райондары. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, “Сәләмәт һәм спорт муниципалитеты” номинацияһында Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Архангел райондары еңеүсе тип танылды.
“Демографик һәм социаль үҫеш” номинацияһында Нефтекама, Туймазы, Хәйбулла райондары иң яҡшылары тип табылды. “Тотороҡло иҡтисади үҫеш” номинацияһында Күмертау, Бөрө, Ғафури райондары гранттарға лайыҡ булды.
“Хәүефһеҙ һәм уңайлы биләмә” номинацияһында Өфө, Дүртөйлө һәм Ҡалтасы райондары еңеү яуланы. “Һөҙөмтәле кире бәйләнеш” номинацияһында гранттар - Октябрьский ҡалаһында, Ишембай һәм Тәтешле райондарында.
Грант аҡсаһын еңеүсе муниципалитеттар биләмәләрҙе артабан үҫтереүгә йүнәлтә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.