Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 11:08

“Кешеләр бер-береһе менән аралашып йәшәһен”

Башҡортостандың халыҡ артисы Рәфис Хәйруллин шулай уҡ Барыҫ йылында тыуған. Башҡорт дәүләт филармонияһында бейеүсе булып эшләп, был һөнәре буйынса хаҡлы ялға туҡтаған, әммә ижади мөхиттән айырылмаған. Туған филармонияһында гастролдәр бүлеге белгесе булып эшен дауам итә. Өлкән быуын вәкиле тыуып килгән йыл тураһында ниҙәр һөйләр икән, тыңлайыҡ.

– Йондоҙнамә ҡулға килеп эләкһә генә уҡыйым, ә былай ундай нәмәләр менән мауыҡмайым. Шуға ла үҙемдең, Барыҫ булараҡ, ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлегемде лә белеп еткермәйем әле, – тип башланы һүҙен әңгәмәсебеҙ. – Бына, тап килеүме инде был, ысынлап та, миңә бейеүҙә төрлө йылғыр хәрәкәттәр яһау, айырыуса ырғыу-һикереү еңел бирелде былай (көлә – авт.).

Яңы йылды бала саҡта кешеләрҙең, өлкәндәрҙең дә, нисек ҡаршылағанын, ниндәй күтәренке кәйеф өҫтөнлөк иткәнен иҫкә төшөрәм дә бошоноп ҡуям: хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай дөйөм матур кәйеф юҡ кимәлендә. Яңы йыл ул яҡындар менән ихлас осрашыу-күрешеүҙәр осоро була торғайны, әҙәм балалары бер-береһе менән шул тиклем йылы, тығыҙ мөнәсәбәттә ине. Хәҙер бит хатта ҡайһы бер туғандар ҙа бер-береһенә йөрөшмәй, ике-өс туғандар бер-береһен белмәй үҫә, тиергә була, бына ошо борсолдора. Йәнле аралашыу артҡы планға күсә бара... Йәштәр бөтөнләй виртуаль донъяға күсеп бөттө, ҡыҙғаныс. Һуңғы ваҡыттарҙа аралашыу мохтажлығын “тажлы” зәхмәткә ҡағылышлы яңы тәртиптәр ҙә үҙенә буйһондорҙо, етмәһә.

Шуға ла етеп килгән Яңы йылдан иң көткәнем – ошо ауырыу сигенеп, әҙәм балалары элеккесә йылы мөнәсәбәттәрҙе тергеҙһен, үҙ-ара аралашһын ине. Тормош-көнкүрешебеҙ тәртибе яңынан үҙ ҡалыбына ҡайтһын, битлектәр сиселһен – һаулыҡ, татыулыҡ булһын, башҡаһы үҙ яйы менән килә ул!

Алты тиҫтәмде түңәрәкләп ҡуйырға йыйынһам да, күңелемдә һаман мөғжизәләргә ышанған бала йәшәй. Йондоҙнамә, тигәндән, йондоҙлоғом буйынса мин – Һыуғояр, ә улар – мөғжизә көтөп, уға ышанып йәшәгән заттар.

Сәнғәт өлкәһе вәкиле булараҡ инде, илебеҙ мәҙәниәтенең яңырыу юлына баҫыуын теләр инем. Әлеге кеүек көн дә экрандарҙан, хатта сәхнәнән көсләп тигәндәй тағылған әхлаҡи ҡанундарҙы боҙған, уға ҡаршы килгән күренештәр, ниһайәт, тамамланып, тәрбиәле, зыялы әҫәрҙәр, тамашалар, фильмдар ҡараһаҡсы. Заманға эйәреп үҙгәреү ниндәйҙер түбәнсел мохтажлыҡтарҙы алға һөргән, тамашасы-тыңлаусы-ҡараусының зауығын боҙған әйберҙәр “ижад итеү” түгел бит. Киреһенсә, яҡты сифаттарҙы күрһәткән, шуларға ынтылыш уятҡан ыңғай сәнғәт өлгөләре булырға тейеш. Сәнғәт өлкәһендәге йәмһеҙ күренештәр ныҡ хафаландыра, уйҙарға һала – ул бит киләсәкте тәрбиәләй торған өлкәләрҙең береһе. Шуға ла мин өмөтләнеп яңы, матур үҙгәрештәр көтәм.

Яңы йылда пандемия тамамланып, бары­быҙҙың да һаулыҡта, донъялар именлегендә йәшәүен, әхлаҡи яҡтан ныҡ һынаған ҡатмарлыҡтарҙың сигенеүен теләйем.

 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА яҙып алды.

Читайте нас