

Әле үткән аҙнала ғына ҡаланың 100 мәктәбенә шартлатҡыс һалынған тигән хәбәр килеп, 20 меңдән ашыу баланы биналарҙан сығарҙылар. Ашығыс булғас, биштәрҙәрен, телефондарын һәм фатир асҡыстарын да алып өлгөрмәүселәр булды. Ҡайһы берәүҙәр алмаш аяҡ кейемендә генә сығып, өшөп торҙо. Уҡыусылар, уҡытыусылар яҡын-тирәләге сауҙа үҙәктәре, магазиндарға инеп йылынып сыҡты.
Бөгөн иртән йәнә шундай хәл: Өфөнөң ҡайһы бер мәктәптәренән уҡыусыларҙы эвакуацияланылар, тип хәбәр итә «Башинформ». Ата-әсәләргә балаларҙы килеп алырға ҡушылды.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева был хәлгә былай тип аңлатма бирҙе: хоҡуҡ һаҡлау органдарына, ҡала мәктәптәренә шартлатҡыстар һалынған, тигән хәбәр килгән. Шунлыҡтан уҡыу йорттарынан хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уҡыусыларҙы резервтағы биналарға урынлаштырырға тура килгән. Кинологтар бар ерҙә лә тикшереү үткәреп сыҡҡан, бәхеткә күрә, хәүефле предметтар табылмаған.
Фото Ксения Колбина.