Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 11:10

Өмөт менән йәшәйек!

livemaster.rulivemaster.ru
Фото:livemaster.ru

Яңы йыл – бөтәбеҙҙең иң яратҡан байрамы. Был байрамдан һәр ҡайһыбыҙ ниндәйҙер мөғжизә көтә. Айырыуса балалар өсөн көтөлмәгән шатлыҡ-ҡыуаныстар, бүләк-күстәнәстәре менән күңелле һәм яҡындыр ул. Әлбиттә, бөгөн хатта иң кескәйҙәр ҙә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға ышана һалып бармай, ә минең быуын балалары ышана ине.

Элек магазиндан һатып алған быяла һәм ялтыр ҡағыҙҙан яһалған тәтәйҙәргә өҫтәп, үҙебеҙ ҙә уйынсыҡтар яһай инек. Ҡағыҙҙы төрлө төҫтәргә буяп, флажоктар, төҫлө “балдаҡтар”ҙан шыршы тирәләй ҡуйыу өсөн сынйырҙар, ҡурғаштан йәнлек һындары эшләйбеҙ, шыршының башына ҡыҙыл йондоҙ эләбеҙ. Яңы йылға әҙерлек байрамдың үҙенә ҡарағанда ла күңеллерәк булғандыр әле ул. Әсәйҙәр байрам костюмдары тегә, бер генә бала ла маскарадҡа кейенмәй ҡалмай. Бигерәк тә әкиәт геройҙары һәм тәбиғәт күренештәре, төрлө йәнлек булып сығыш яһарға ярата торғайныҡ. Шыршы төбөнә мамыҡ өйөлә, йәнәһе, ҡар яуған.

1959 йылды ҡаршылауыбыҙ хәтергә ныҡ уйылып ҡалған. Беренсе класта уҡый инем. Мәктәп бинаһы бәләкәй генә, ике сменала шө­ғөлләнәбеҙ, беренселәр – өсөнсө класс менән, икенсе кластағылар дүртенселәр менән уҡый. Ә байрамдарҙы бөтәбеҙ бергә ҡаршылайбыҙ. Мәктәптә бер генә сара ла, бер генә байрам да атай-әсәйҙәр ҡатнашлығынан тыш үтмәй.

Әле һөйләйәсәк Шыршы байрамына ла балалар һәм атай-әсәйҙәр бергә йыйылдыҡ. Өлкәндәр – тамашасы, ә беҙ шыршы тирәләй әйләнеп, күңел асабыҙ. Ҡапыл уның аҫтындағы мамыҡҡа ут тоҡанды, күҙ асып йомған арала ул юғарыға үрмәләне. Шыршы дөрләп янып китте. Мәктәптә сыуалыш башланды. Сығыу яғында ултырған ололар ишеккә ташланды, тығын барлыҡҡа килде. Беҙ, балалар, бер мөйөшкә һыйынып, ҡатып ҡалдыҡ. Уҡытыусы Хәтижә апай Хәкимоваға янғын һүндерешеп йөрөгән әсәйемдең: “Юл бирегеҙ, балаларҙы сыға­рығыҙ!” – тип ҡысҡырыуы күптәрҙе иҫенә килтерҙе, өлкәндәр ситкә тайпылды, кемдәрҙер ут һүндерә башланы. Беҙҙе йәһәт кенә сығарып ҡуйҙылар.

Мәктәп бик һыуыҡ була торғайны, байрам кейемдәрен дә пальто-көпөләр тышынан кейгәнбеҙ, ата-әсәләр ҙә ҡышҡы кейемдә. Был бөтәбеҙгә лә мәктәпте тиҙ арала бушатыуға ярҙам итте. Яңы йыл күстәнәстәре янып өлгөрмәгәйне, уларҙы таратып бирҙеләр, әммә байрам ҡайғыһы китте.

Әсәйем менән ҡайтып ингәс, өйҙәгеләргә хәлде аңлатып бирҙек. Олатайым утты-һыуҙы кискән. Беренсе донъя һуғышын да, революция һәм граждандар һуғышын да үҙ башынан үткәргән кеше ине.

– Ғауғаға бирелеү бик ҡурҡыныс нәмә шул, кеше бер ни аңламаҫ хәлгә килә, ярай әле ваҡытында балаларҙы иҫкә төшөргәндәр, – тип үҙ баһаһын бирҙе.

Юлдаш мәктәбендә булған ошо хәлдән һуң районда Шыршы байрамдарында ағас төбөнә мамыҡ өйөүҙе тыйҙылар. Ут май шәменән тоҡанғанмы, икенсе сәбәп менәнме – хәтерләмәйем. Элекке мамыҡ тиҙ тоҡана һәм яна ине – уныһы иҫтә ҡалған.

Ғүмер ағын һыу менән бер. Быйыл, Алла бойорһа, 71-се Яңы йылымды ҡаршылайым. Үткән ғүме­ремдең ҡыуаныс-бәхете лә, хәсрәт-һағышы ла етерлек булды, үкенес­тәре лә үҙәкте өттө. Күңелде яҡты өмөттәре лә йылытты, киләһе йылдар бәхетлерәк булһын, беребеҙҙе лә сәләмәтлектән айырмаһын, бөгөнгө мәхшәр артта ҡалһын.

Яңы йыл менән, ҡәҙерле ватандаштар!

 

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.

Читайте нас