

Яңы йыл байрамы алдынан редакциябыҙҙан йәнә бер Барыҫ менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул – оҙайлы йылдар “Башҡортостан” гәзитенең реклама һәм матбуғатҡа яҙылыу бүлеге мөдире булып эшләгән Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы Сәлихова. Хеҙмәттәшебеҙ Көнсығыш йондоҙнамәһенә ышанамы һәм үҙен ниндәй Барыҫ итеп тоя икән? Шулай уҡ унан Яңы йыл кисен нисек ҡаршыларға йыйыныуы тураһында ла ҡыҙыҡһындыҡ.
– Көнсығыш йондоҙнамәһенә ышанам, тик мөкиббән түгелмен. Яҡындарым, таныштарым араһында күҙәтеүемдән сығып әйткәндә, тура килгән осраҡтар байтаҡ. Мәҫәлән, Тауыҡ йылында тыуған бер туған “әтәсләнергә”, маҡтанырға, ҡуҡырайырға ярата. Маймыл йылында тыуғаны гел сәбәләнә, бөгөн – бында, иртәгә – тегендә, фекерен ҡапыл ҡырҡа үҙгәртеп ебәрә. Шулай булғас, тура килгән яҡтары ла бар, тип әйтмәй булмай.
Мин үҙемде тыныс холоҡло, уйлап һөйләгән, йомшаҡ баҫып, бар донъяны күҙәтеп йөрөгән Барыҫ итеп тоям. Русса әйткәндә, “дастуин” (көлә – авт). Барыҫлығым бер-ике ваҡиғала ныҡ сағылды. Студент йылдарында ине әле ул. Күрәләтә алдашҡан ҡатын-ҡыҙға уҡтай ташландым һәм “ботарлап” ташланым. Үҙемде яҡлар урында мин кейектәй ташлана ла алам икән, тип уйлап ҡуйғайным шунда. Улар минән быны көтмәгәйне, әлбиттә, бик ныҡ тетрәнделәр, башҡаса юлыма сыҡманылар.
Артабан тормошомда, ғаиләлә лә, эштә лә гел яҡшы кешеләр осрап торҙо. Миңә теймәгәстәр, йомшаҡ ҡына баҫып, йылмайып ҡына йөрөгән Барыҫ булып ҡалам.
Яңы йыл – ғаиләбеҙҙә көтөп алған яратҡан байрам. Табында мотлаҡ йылҡы ите, ҡаҙы, ҡаҙ, ҡорот, ҡарта, бишбармаҡ төп урынды ала. Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында әсәйем Рабиға Әхмәҙи ҡыҙы менән атайым Оморҙаҡ Мөхәмәҙиә улы Әүәлбаевтар ғаиләһендә дүрт ул, ике ҡыҙ үҫтек. Улар ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт тотто. Беҙ эшкәртешеп, һатышыуҙа ярҙам итеп, эшкә өйрәнеп үҫтек. Улар шул замандың фермерҙары булған икән, тип уйлап ҡуям хатта. Мул өҫтәлебеҙҙәге ризыҡтарҙың ҙур өлөшө уларҙан килде, хәҙер үҙебеҙ ярҙам итәбеҙ.
Әлбиттә, манты, һәр төрлө емеш-еләк, бәлештәр ҙә урын биләйәсәк. Нисек кенә булмаһын, табыныбыҙ янына улым, ҡыҙым, киленем, кейәүебеҙ менән бергә биш ейән-ейәнсәребеҙ килергә ашҡынып тора. Ихатабыҙҙағы ҙур ғына шыршыны биҙәйбеҙ. Балаларға кескәй генә шыуғалаҡ эшләгәнбеҙ. Яңы йыл байрамдарында өйҙә генә ултырмайбыҙ, тимәксемен. Үҙ йортобоҙ булғас, саф һауала рәхәтләнеп ял итәбеҙ, урын бөтә туғандарыбыҙға ла етә. Бәйгеләр, конкурстар, бүләктәр... Һәр ғаиләләге кеүек бик күңелле үтеп китә яратҡан байрамыбыҙ.
Гәзит уҡыусыларға теләктәрем ҡәҙимге. Барыҫ йылы уңай килһен, ауырыу-сирҙәр урап үтһен. Тоғро дуҫтар, яңы таныштар изге хәбәрҙәре менән килеп торһон, ил тыныслығы, ғаилә татыулығы теләйем.
Әлфиә ӘЙҮПОВА яҙып алды.