Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 18:40

Республика Башлығы быйылғы ҡаҙаныштарҙы барланы

Йылды йомғаҡлауға арналған интервьюла Радий Хәбиров төрлө тармаҡтағы эшмәкәрлеккә баһа бирҙе.

Республика Башлығы быйылғы ҡаҙаныштарҙы барланыРеспублика Башлығы быйылғы ҡаҙаныштарҙы барланы
Республика Башлығы быйылғы ҡаҙаныштарҙы барланы

“Был йыл өсөн миңә республика халҡы алдында оят түгел”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров 2021 йыл йомғаҡтарына арналған ҙур интервьюһы ваҡытында.

Төбәк етәксеһе республика өсөн ҙур ҡаҙаныштар иҫәбендә фән өлкәһендә яңы проекттарға старт бирелеүен – Фәнни белем биреү үҙәге, Халыҡ-ара студент кампусы булдырылыуын, “Алға” хәрәкәтен билдәләп үтте. Шулай уҡ "Алға" махсус иҡтисади биләмәһе, Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлы кеүек мөһим әһәмиәткә эйә инфраструктура объекттарын да айырып әйтте.

Радий Хәбиров, юғалтыуҙар булыуға ҡарамаҫтан, республиканың коронавирусҡа ҡаршы тора алыуын да билдәләне.

Республика Башлығы киләһе йылдың да төбәгебеҙ өсөн мөһим буласағын белдерҙе. Был Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу уңайынан башланасаҡ төҙөлөштәргә бәйле икәнлеген әйтте ул.

Фото: ”Башинформ”. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас