Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 10:32

“Сетерекле шарттарҙа ла еңеп сығалар…”

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Күптәнге күркәм традицияға ярашлы, байрам алдынан редакцияла йыл хужалары менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Барыҫ йылына бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һорап, “Башҡортостан” гәзитенең яуаплы секретары, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миңзифа Абрар ҡыҙы Илтенбаеваға мөрәжәғәт иттек.

 

– Һеҙ Көнсығыш йондоҙ­намә­һенә ышанаһығыҙмы? “Теге йәки был йылда тыу­ғандарға үҙҙәренең йәнле­ге­нең холҡо тура килә” ти­гән фекергә нисек ҡарай­һығыҙ?

– Ғәмәлдә, йондоҙнамәләргә ышанып етмәйем. Башҡорттар борон-борондан мосолман календарынан файҙаланған, шул уҡ ваҡытта мөсәлде лә онот­мағандар, ләкин уны күрәҙәлек ҡылыу өсөн ҡулланған кеше булмаған. Беҙҙең милләт быуаттар буйы һәр йылдың нисек килгәнен күҙәтеп барған, уңышлы булырын-булмаҫын алдан самалаған, шул нигеҙҙә һынамыштар, йыл атамалары барлыҡҡа килгән.

“Башҡортостан” гәзитен даими алдырыусылар араһында аҙналыҡ йон­доҙ­намәне көтөп алған кешеләр ҙә, “кү­рәҙәлек ҡы­лырға ярамай” тип ҡаршы тө­шөүселәр ҙә бар. Уны гәзиттә сыға­рыуҙы туҡтатып та ҡара­ғайныҡ, әммә “Ни өсөн йондоҙ­намә юғалды?” тип шылтыратыусылар күбәйҙе. Баҙар ҡану­нына ярашлы, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға мәжбүрбеҙ. Мо­ғайын, хәҙерге заман шарттарында кеше, йондоҙ­намәне уҡып, көнкүрешендә яҡшы яҡҡа үҙгәреш булырына өмөт бағ­лай, күңел тыныслығы ала торғандыр.

Ә мөсәлгә ярашлы,  тәғәйен йылға исем биргән йәнлектең йәки ҡош-ҡорттоң булмышы кешенең холоҡ-фиғеленә тура киләме, йондоҙнамә характерға йоғонто яһаймы – аныҡ ҡына әйтә алмайым. Һорауығыҙға, бәлки, астрологтар теүәл яуап бирер ине. Йондоҙнамәләрҙе ҡулға алһаң, һәр йылдың һүрәтләнешендә үҙеңдең күңел торошоңа тап килгән юлдарҙы, уй-ниәтеңә ярашлы хис-кисе­рештәрҙе уҡырға була. Кеше, йондоҙнамәне ҡарап, шунда сағылдырылған сифат-билдә­ләргә ынтылырға тырышалыр, моғайын.

– Барыҫ йылында донъ­я­­ға килеүегеҙ тормошоғоҙға йоғонто яһаймы?

– Уның тәьҫирен һис кенә лә той­ғаным юҡ. Барыҫ йылында тыуған кеше булараҡ, йондоҙ­намәлә һүрәт­ләнгән си­фаттарҙы үҙемдә табып ҡуям, шул уҡ ваҡытта тура килмәгән­дәре лә бар. Ғөмүмән, әҙәм балаһы – ифрат ҡат­марлы, ғәжәйеп зат. Йондоҙ­намәләрҙән сығып ҡына  кеше­нең тәбиғәтен ҡылыҡһырлап булмайҙыр ул.

– Үҙегеҙҙе ниндәй Барыҫ тип иҫәпләйһегеҙ? Был йәнлеккә хас ҡылыҡтар һеҙҙең холоҡта күҙәтеләме?

– Үҙеңдең шәхсиәтең  тураһында һөйләү еңел ғәмәл түгел икән. Дөрөҫөн әйткәндә, “Мин шундай кеше” тип фәл­сәфә һатып, маҡтанып һөйләү әҙәм балаһына яраған ҡылыҡ түгел дә инде, һинең турала бүтәндәр бәйән итергә тейештер, тип иҫәпләйем. Минең ниндәй Барыҫ булыуым тура­һында үҙең яҡшыраҡ беләһең инде, Әлфиә һылыу. Күптән бергә эшләйбеҙ бит.

– Шулай ҙа йондоҙнамәгә күҙ һалып әйтеп ҡарағыҙ әле. Барыҫҡа хас сифат­тарҙы үҙегеҙҙә табаһы­ғыҙмы?

– Йәнлектәр донъяһында ба­рыҫтар, кәрәккәнгә-кәрәк­мәгәнгә борсолоп-сәбәләнеп, ығы-зығы, ғауға ҡуптармай, юҡ-бар сәбәп табып, артыҡ хәрәкәт яһамай, үҙ баһаларын белеп, сабыр ғына баҫып йөрөйҙәр. Тәбиғәттә төрлө хәл-шарттарға яраҡлаша беләләр, һунар мә­лендә һөжүм итеү алымын тиҙ генә үҙгәртә алалар. Уларға һығылма­лылыҡ, йәғни төрлө ауыр осраҡтарҙан сыға белеү ҡеүәһе хас. Төркөмләп һунар ҡылғанда юлбарыҫтар табышты беренсе сиратта балаларына  бирә, үҙ мәйелен сабыр ғына көтә белә. Ошо үҙенсәлек­тәрҙең барыһы ла миңә хас (көлә – авт.). Мин дә шулай беренсе сиратта ғаиләмде, балаларымды, ярҙамға мохтаж туғандарымды, уларҙың сабый­ҙарын уйлайым, саҡ ҡына хәстәрлек күрһәте­үемдән дә күңел ҡәнәғәтлеге кисерәм. Хәйер, был һыҙаттар һәр ата-әсәгә хас, әлбиттә.

Мөсәлдә Барыҫ – көслө ян-уар. Төрлө сетерекле хәл­дәрҙә һәр даим еңеп сығалар. Мин дә алдыма ҡуйған маҡса­тыма һәр саҡ өлгәшә киләм кеүек, йәшәйештәге барлыҡ мәсьә­ләләрҙе үҙ көсөм менән хәл итәм, ләкин ғүмер баҡый дөрөҫ ҡарар ҡабул итәм, тип әйтә алмайым. Тормош, эш тәжрибәһе нигеҙендә дөрөҫ һиҙемләү-тойомлау ҡеүәһе яҡшы үҫешкән булһа ла, әлеге шул интуицияға, йәғни тоҫмал­лауға таянып, хаталанған мәлдәр ҙә була. Тура һүҙле­легем дә, тел-лөғәтем дә йыш ҡына ҡамасаулап ҡуя. Ғөмүмән, нисек кенә булмаһын, һәр саҡ ғәҙеллекте өҫтөн күрәм, игелек ҡылыу яҡлымын, һис юғында шуға ынтылырға тырышам. Борон Учалы районында дан ҡаҙанған Игелек кантон нәҫе­ленәнмен бит…

– Ғаиләгеҙҙә Яңы йыл табынын­да ниндәй ризыҡ­тар урын аласаҡ?

– Совет заманынан килгән йола буйынса төрлө салат, ҡаҙ, йылҡы, һыйыр ите, билмән, еләк-емеш, бәлеш-бөйөрөк­тәрҙе йыл һайын байрам табынына ҡуябыҙ. Быйыл “Инстаграм”дан ҡайһы бер рецепт өлгөләрен алып, үҙемдә туплай барҙым. Бәлки, матур итеп биҙәкләп, яңы салат төрҙәрен әҙерләрбеҙ, тип уйлайым.

– Гәзит уҡыусылары­быҙға ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– “Башҡортостан” гәзитендә ғүмерем буйы эшләү дәүерендә ҡайһы берәү­ҙәр­ҙән “гәзиттә уҡырлыҡ бер нәмә лә юҡ…” тигән ялған фекерҙе һирәк-һаяҡ булһа ла ишетергә мәжбүрмен. Аныҡ­ла­быраҡ һорай башлаһаң, ошо әҙәмдең гәзитте күптән инде алдырмауы ғына тү­гел, ғөмүмән, бөтөнләй уҡымауы асыҡ­лана. Шуныһы ҡыҙыҡ, шул ке­шеләр әленән-әле фәҡәт беҙҙең ре­дакцияға үҙ яҙма­ларын тотоп килә һәм баҫ­тырыуҙы үтенә. Тимәк, ни генә тиһә­ләр ҙә, халыҡта гәзитебеҙгә ҡарата ыша­ныс-ихтирам тойғо­һо юғалмаған әле.

Ысынында  беҙҙең матбуғат баҫма­һында бик күп уҡымлы яҙмалар донъя күрә: көнүҙәк мәҡәләләр, донъяуи әңгәмәләр, әһәмиәтле яңылыҡтар, төрлө белгестәрҙең аңлатмалары, уҡымлы хикәйәләр, фәлсәфәүи шиғырҙар, ҡыҙыҡлы сканвордтар –  һәр һанына әллә күпме ижад хазинаһы һыя… Яңы йылда ошо рухи аҙыҡтан айырыл­мағыҙ, дуҫтар! Тормошто яратып, хеҙмәттән йәм-тәм табып йәшәйек, иҫән-имен, берҙәм булайыҡ!

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА әңгәмәләште.  

Читайте нас