Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 10:13

“Туған телебеҙҙе һаҡлап, алға атлайыҡ!”

Яңы йыл алдынан Сибай ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ильяс САФИН менән осраштыҡ.

 – Ильяс Миңләхмәт улы, һеҙҙе Сибай филармонияһында байтаҡ йылдар ижад иткән музыкант булараҡ белә инек, хәҙер инде ярты йыл яңы вазифала эшләйһегеҙ. Яңы йылды ниндәй кәйефтә ҡаршылайһығыҙ?

– Ысынлап та, сирек быуат респуб­ликабыҙҙағы иң яҡшы ижади коллек­тивтарҙың береһендә эшләү бәхете тейҙе. Сибай филармонияһының барлыҡҡа килеүенең тәүге көндәренән үк дәррәү эш башланыҡ. Ҡатыным Нәсимә Ғиззәтуллина – алып барыусы, үҙем музыкант булдым. Әле лә мәҙәниәт өлкәһендә етәксе вазифала тир түгәм. Шуныһы ҡыуандыра: ҡалабыҙҙа мәҙәниәт усаҡтары күп, унда сәнғәтте һәм мәҙәниәтте яратҡан талантлы, дәртле кешеләр эшләй.

– Һеҙ Барыҫ йылында тыуған­һығыҙ. Йыл хужаһына ниндәй сифаттар хас икән?

– Силәбе өлкәһендәге Арғаяш районының Айбат ауылында донъяға килгәнмен. Мәктәпкә алты йәштән барҙым, шуға күрә класташтарым – “үгеҙҙәр” һәм “сысҡандар”. Был күре­неш, әлбиттә, йоғонто яһаны – үгеҙҙәр менән “һөҙөшөп”, сысҡандар менән ярышып, юлбарыҫ шымарҙы – өлкәндәрҙе тыңларға, улар менән тиҙ уртаҡ тел табырға өйрәнде. Ғөмүмән, мин белем алған мәктәп-интернатта хәрби-музыканттар мәктәбе ваҡыттарынан ҡалған традиция булды.

– “Өлкәндәр һүҙе – закон!”, шуға күрә мине “тыңлаусан, йомшаҡ юлбарыҫ” тип әйтергә була.

– Барыҫ йылында тыуыуығыҙ тормошоғоҙға йоғонто яһаймы?

– Әлбиттә. Юлбарыҫтар, икенсе йәнлектәр менән сағыштырғанда, көтөүе менән йөрөмәй, һунарға ла берәмләп, яңғыҙ сыға, үҙ көстәренә генә ышана улар. Кешеләргә килгәндә, “көтөү психологияһы” тигән төшөнсә “юлбарыҫтарға” әллә ни ҡағылмай, тип уйлайым. Ғәҙеллекте яҡлап, ҡайһы саҡ ҡапыл ҡыҙып китәләр, үҙҙәренең “йыртҡыс” йылында тыуыуын иҫкә төшөрөпмө икән?! (йылмая – авт.) Шул ваҡытта бөтә донъяны тар-мар итеүҙәре лә ихтимал...

– Тормошоғоҙҙа Юлбарыҫҡа бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр булдымы?

– Бәләкәй саҡта беҙҙе әсәй йыш ҡына Силәбе йәки Өфө ҡалаларын­дағы цирк бинаһына йөрөтә торғайны. Ундағы юлбарыҫтар, арыҫландар менән сағыштырғанда, балаларға нығыраҡ оҡшай ине: матур, көслө, үҙ һүҙле, арҡаларына “зебра” һыҙаттары төшөрөлгән януарҙарға алҡыштар күберәк булды. Улар, арыҫландар һымаҡ, бер-береһе менән талашмай ине. Бала саҡтан юлбарыҫтар тураһындағы хәтирәләр күңелдә ҡалған, шул саҡтар һағындыра. Баш ҡалабыҙҙа үҙебеҙҙең цирк тиҙерәк эшләй башлаһа, бик шәп булыр ине. Балаларыбыҙға ла ҙурайғас хәтергә алырлыҡ сағыу иҫтәлектәр ҡалыр.

– Яңы йыл табынында ниндәй ризыҡ урын аласаҡ?

– Юлбарыҫ – ит, балыҡ, һөт яратҡан ҙур бесәй, шуға күрә беҙҙең башҡорт милли ризыҡтарынан торған табын бик урынлы булыр, тип уйлайым. Ғаиләбеҙҙең матур йолаһы бар: Яңы йыл табынына мотлаҡ күмәкләшеп билмән эшләйбеҙ. Яңы йылды ғаилә менән үткәрергә яратабыҙ. Иҙел улыбыҙҙың бәләкәй сағында ауылға – тыныс урынға бара торғайныҡ. Улыбыҙ хәҙер өйләнеп, үҙаллы тормош ҡороп, ғаиләһе менән йыраҡта йәшәй. Ҡыҙыбыҙ Нәдиә беренсе класта уҡый. Яңы йыл байрамы күберәк уның теләге буйынса үтә, шуға күрә ҡыҙыбыҙҙың иң яратҡан ризыҡтары өҫтәл түренә менеп “ҡунаҡлаясаҡ”.

– Ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?

– “Башҡортостан” гәзите уҡыусы­ларына, иң мөһиме, иҫәнлек теләйем, үҙегеҙ, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ ауырымаһын, һау-сәләмәт булһын, балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ аҡыллы, ғәҙел, юлбарыҫ һымаҡ көслө, батыр йөрәкле булып үҫһен, Аллаһ Тәғәлә ярҙамы менән бөтә ауырлыҡтарҙы үткәреп ебәрергә яҙһын! Башҡорт­останыбыҙҙың мәҙәниәте артабан да үҫешһен, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, туған телебеҙҙе һаҡлап, алға атлайыҡ, дуҫтар! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән!

 

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас