

Билдәле актер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, һәр ролендә тамашасыны әсир иткән һоҡланғыс талант эйәһе Руслан Хайсаров та Барыҫ йылында тыуған.
Ошо йылда тыуған кешеләргә хас һыҙаттар унда ла бар. Буласаҡ актер Күгәрсен районының Бикес ауылында тыуып үҫә. Бер нисә йылдан ғаилә Мәләүез ҡалаһына күсенә. Атаһы заводта, әсәһе сауҙа өлкәһендә ябай хеҙмәткәрҙәр булып эшләй.
Бала сағынан Руслан ныҡышмал, тырыш, маҡсатлы булып буй еткерә. Мәләүез ҡалаһының 9-сы башҡорт мәктәбендә уҡый. Балалар ижад йортонда ойошторолған драма түңәрәгендә шөғөлләнә. Мәктәп тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй: бер генә сара, тамаша ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Барыҫ йылында тыуғандар – көслө характерлы шәхестәр, икеләнеүҙе яратмайҙар, үҙҙәре ҡарар ҡабул итә, ҡатмарлы булһа ла, юлдарын үҙҙәре һайлай, һәр саҡ алға ынтылалар, тиелә йондоҙнамәлә.
Ата-әсәһе, Руслан киләсәктә юрист һөнәрен һайлар, тип уйлай, әммә егеттең күңелендә бала сағынан тормошон сәнғәт менән бәйләү хыялы бөрөләнгән була. Аттестат алғас, ул З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр бүлегенә уҡырға инә.
Студент йылдарын һағынып иҫләй Руслан. Көслө, талапсан, үҙ һөнәрҙәренең оҫталары булып танылған остаздарының һәр дәресен көтөп алып, ләззәт табып белем ала ул.
Хеҙмәт юлын Милли йәштәр театрында башлай, шунан Стәрлетамаҡ дәүләт театрына күсә. Күп тә үтмәй, Ишембай районында уҙғарылған Салауат йыйынында йәш һәм талантлы актерҙың сығышын Хөрмәтулла Үтәшев күреп, Башҡорт дәүләт драма театрына эшкә саҡыра.
2008 йылдан алып Руслан Хайсаров республиканың төп театрында эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул тамашасының яратҡан актерына әйләнә, һәр кемдең күңеленә хуш килерлек, иҫтә ҡалырлыҡ бик күп сағыу образдар тыуҙыра. Талантлы актерға спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе ышанып тапшыралар.
“Урал батыр” эпосында төп геройҙы, Туфан Миңнуллиндың “Мулла”һында – Әсфәндиәрҙе, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Шәүрәкәй” спектаклендә – Сураҡай, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында – Аҡйегет, “Ауыл адвокаттары”нда – Аҡ гвардеец, Илшат Йомағоловтың “Нәркәс”ендә – Тимерхан, Редьярд Киплингтың “Маугли” әҫәрендә – Маугли һәм башҡа тиҫтәләрсә ролде башҡарып, тамашасы һөйөүен яулай.
Руслан Хайсаров 2016 йылда Екатеринбург ҡалаһында уҙғарылған Х Халыҡ-ара “КОЛЯДА-PLAYS” театр фестивалендә Я. Пулиновичтың “Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр” спектаклендәге Альберт роле өсөн “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында еңеүсе тип таныла. 2019 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Руслан Сәғит улы кино жанрында ла үҙен һынап ҡарай. Ул Булат Йосоповтың “Бабич” һәм “Беренсе республика”, Александр Галибиндың “Һеңлекәш” нәфис фильмдарында, бер нисә ҡыҫҡа метражлы кинола төшкән. Бынан тыш, ул республика кимәлендә уҙғарылған мөһим концерттарҙың, сараларҙың, тантаналарҙың оҫта алып барыусыһы булараҡ та киң танылыу яулаған.
Йондоҙнамәлә, Барыҫ йылында тыуған кешеләр ерҙә ныҡлы баҫып тора, көслө рухлы, үҙҙәренә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсан, киләсәктәрен асыҡ күҙаллай, яҡшы етәкселәр, әйҙәүселәр, улар өсөн иң мөһиме – ғаиләләренең, яҡындарының именлеге, тиелә. Был тап Руслан Хайсаровҡа төбәп әйтелгән кеүек. Ул һәр эшен алдан планлаштырып, уйлап, еренә еткерергә күнеккән.
Руслан Сәғит улы – өлгөлө ғаилә башлығы. Ҡатыны, театр актрисаһы Гөлназ Фәнил ҡыҙы менән Аламгир исемле ул үҫтерәләр. Хайсаровтар һәр ҡайҙа ла әүҙем, ғаилә менән сәйәхәт итергә, бигерәк тә тауҙарға артылырға яраталар, бар эште лә бергәләп башҡаралар.
– 2021 йыл һеҙҙең өсөн нисек булды, нимәһе менән иҫегеҙҙә ҡалды, киләһе йылға ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ һәм Яңы йыл байрамын нисек ҡаршы алырға йыйынаһығыҙ? – тип һорайым йыл хужаһы вәкиленән.
– Былтырғы йыл беҙҙең ғаилә өсөн, дөйөм алғанда, тотороҡло булды. Әлбиттә, һөнәри өлкәлә пандемия сикләүҙәре арҡаһында тотҡарлыҡтар булды, шулай ҙа ижади эш дауам итте. Иң мөһиме – үҙем, яҡындарым иҫән-һау.
Киләһе йыл уңышлыраҡ булыр, тип ышанам, сөнки үҙемдең йылым тыуа бит. Барыҫ йылы – барын сәс, тип юҡҡа әйтелмәгәндер, тимәк, нимәгә тотонһаҡ та, уңышлы булырға тейеш. Алла бирһә, коронавирусты еңеп, ҡәҙимге тормошта йәшәй башларбыҙ, театр тамашасы менән тулыр, гастролдәр тергеҙелер, тип ышанам.
Байрамды ғаиләм менән бергә ҡаршы аласаҡмын. Улыбыҙ тыуғансы, беҙ Гөлназ менән Яңы йыл төнөндә корпоратив саралар үткәрә торғайныҡ. Хәҙер өйҙә булабыҙ, сөнки Яңы йыл – ғаилә байрамы. Ғәҙәттә, сәғәт 12-нән һуң дуҫтарыбыҙ ҡунаҡҡа килә, мин йыл һайын Ҡыш бабай булып кейенеп, өйҙәгеләрҙе генә түгел, күрше-тирәне лә ҡотлап сығам. Был юлы ла шулай итәсәкмен.
Гәзит уҡыусыларға, иң мөһиме, ныҡлы һаулыҡ, имен тормош, бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем. Бер-берегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ҡәҙерләгеҙ, сөнки ғаиләһе, яҡындары иҫән-һау, бергә булғанда ғына, кеше үҙен тулыһынса бәхетле итеп тоя бит, – тигән теләктәрен еткерҙе Руслан Хайсаров.
Римма СОЛТАНОВА.