Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 10:42
“Яңы йыл” викторинаһы
Фото:
ru.wallpaper.mob.org
Был аҡ һаҡаллы Ҡыш бабайҙың өҫтөндә – тумалаҡ суҡлы ҡыҙыл башлыҡ, ҡояшҡа янған тәнендә – сағыу плавки, ҡара күҙлек һәм ҡулында – серф өсөн таҡта. Ҡайҙан ул?
Был илдә Яңы йыл малсылыҡ байрамы менән бергә тура килә. Ҡыш бабай балаларҙы ҡотларға, мал ҡараусы булып кейенеп, төлкө бүректә, ҡулына оҙон сыбыртҡы тотоп килә. Ниндәй ил тураһында һүҙ бара?
Рәсәй Ҡыш бабайының тыуған ҡалаһын атағыҙ.
Ҡайһы илдең Ҡыш бабайын Йоулупукки тип йөрөтәләр?
Шыршы тирәләй бейеү.
Тәбиғи материалдан эшләнгән Яңы йыл “скульптура”һы.
Яңы йыл ҡабыҙғысы.
Ҡар батшабикәһенең йөрәге нимәнән эшләнгән?
Ҡар бабайҙың танауына ниндәй йәшелсә ҡуйыла?
Ҡыш бабайҙың санаһына егелгән өс ат нимәне сағылдыра?
Санта Клаус санаһына ниндәй хайуандарҙы егә?
Усаҡ аша һикереп сыҡҡанда кем ирей?
Ҡайһы илдә Яңы йылды иң һуңғы булып байрам итәләр?
Ҡыш көнө эскимостар ниндәй өйҙә йәшәй?
Көнсығыш ай календары буйынса ниндәй айҙа яңы йыл башлана?
Ҡайһы илдә яңы йылды иң беренсе булып ҡаршылайҙар?
Ниндәй утрауҙың атамаһы “эт” һүҙенән килеп сыҡҡан?
Японияла яңы йыл килгәнен ҡыңғырауға 108 тапҡыр һуғып белдерәләр, ә Бөйөк Британияла Лондондың Биг-Бен сәғәте хәбәр итә. Ә Рәсәйҙә нисек?
Яңы йыл открыткаларында иң күп осраған хайуандар.
Ниндәй илдә Яңы йыл табынын бокалдарға һалынған тере балыҡтар менән биҙәйҙәр?
Ҡыш бабайҙың тылсымы ниндәй ҡоралында?
Япониялағы Ҡар бабай нисек атала һәм ул нисә шарҙан эшләнә?
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"