Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 09:29

Ҡыш бабай юлға сыҡты!

Байрамдың төп геройҙары Ағиҙел буйына йыйылды.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Һәммәбеҙҙең яратҡан байрамы ул – Яңы йыл. Һәр кем унан мөғжизә көтә, уй-хыялдарының тормошҡа ашырына ышана, өмөттәр бағлай. Ҡупшы итеп биҙәлгән шыршы, Ҡарһылыуын етәкләгән Ҡыш бабай, яҡшы кәйеф... Йылдың иң матур байрамын ҡаршылау өсөн тағы нимә кәрәк?!

Күптән түгел баш ҡалалағы Ағиҙел буйы илаһи, әкиәти күренешкә сорналды: Ҡыш бабайҙар төйәкләне уны. Барыһы ла – балалар баҡсалары, заводтар, башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, һатыусылар, студенттар һәм башҡалар төп әкиәт геройына әүерелде.

Мамыҡтан ап-аҡ һаҡал, ҡып-ҡыҙыл танау һәм барлыҡ мөғжизәләрҙе, уй-теләктәрҙе тормошҡа ашырыр серле таяҡ – бына шулай байрамға бик етди әҙерләнгәндәр. Ҡыш бабайҙар һәммәһенә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет, яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар теләй. Баш ҡалалағы ете райондан барлығы 230 әкиәт геройы йыйылғайны. Киләһе йылдың төп геройы Барыҫ та килергә онотмаған. Оҙаҡ ҡына эҙләй торғас, әкиәт геройҙары араһынан бер Ҡарһылыуҙы ла таптыҡ.

Байрамға килгәндәрҙең барыһын да Ҡала мәҙәниәт һарайы тынлы оркестры артистары оҙатып барҙы. Парадта ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева һәм баш ҡаланың төп Ҡыш бабайы ҡабул итте.

– Ҡалалағы һәр балаға, һәр кемгә барып етерһегеҙ һәм уларҙың теләктәрен тормошҡа ашырырһығыҙ, тип ышанам, – тине Гөлләриә Ялсыҡаева ҡыштың төп байрамы хужаларына һәм Өфөләге Яңы йыл тантаналарына старт бирҙе.

Тағы шуныһы: байрамға килгән Ҡыш бабайҙарҙың күбеһе коронавирус инфекцияһының хәүеф янауы хаҡында онотмағайны, битлек кейгәйне.

– Өфөләрҙең байрам кәйефе өс тапҡырға шәберәк булһын! – тине баш Ҡыш бабай.

Ошо һүҙҙәрҙең әйтелгәнен көткәндәй, халыҡ ҡыуаныстан гөж итеп ҡалды.  Балаларҙың ихлас йөҙҙәрен күрһәгеҙ ине! Кем дә кем, улар был байрамға ихлас шат. Ата-әсәләр һәм башҡа өлкәндәр ҙә был хозур күренешкә ҡәнәғәт йылмая.

Бөгөн кемдер ошондай сарала беренсе тапҡыр ҡатнашһа, икенселәре инде үткән йылдағыһын да хәтерендә яҡшы ҡалдырып, сираттағыһына килгән. Был парад бейеү флешмобы менән тамамланды. Матур йолаға әйләнгән байрам “Вьюговей” ҡала фестивале сиктәрендә үткәрелә һәм тиҙҙән тотош донъяға Яңы йылдың етеп килеүенә ишаралай.

Шулай итеп, 30 декабргә тиклем Өфөлә “Вьюговей” Яңы йыл фестивале ойошторола: иң шәп боҙ ҡаласығын биҙәүгә арналған “Боҙ ҡаласыҡ”, ҡар һәм боҙ скульптуралары араһында “Әкиәти боҙ” һәм Ҡыш бабайҙар конкурстары үткәрелә.

 

Айһылыу ӘХМӘТОВА.

Читайте нас