

Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә нимә тураһында яҙалар? Һуңғы көндәрҙә ҡышҡы бурандың юлсылар һәм юл хеҙмәткәрҙәре өсөн ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырыуы билдәле. Белеүебеҙсә, хәҙер төп юлдар ҡарҙан таҙартылған, шулай ҙа халыҡты борсоған мәсьәләләр етерлек. Башҡортостан юлдаш телеканалының иртәнге”Сәләм” тапшырыуында тура бәйләнештә ҡатнашҡан Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре үҙҙәренә килгән мөрәжәғәттәр тураһында һөйләне.
Юлдарға ҡағылған һорауҙар күпселекте тәшкил иткән, халыҡтан барлығы 242 мөрәжәғәт алынған. 76 һорау – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, 71-е –төҙөкләндереү, 69-ы транспорт мәсьәләләренә ҡағыла. Федераль юлдарҙы тәртипкә килтереү турһында ла тәҡдимдәр етерлек. Мәҫәлән, Р240 Ырымбур трассаһы участкаһында бағаналар ҡуйылған, фонарҙар булыуына ҡарамаҫтан, һаман да яҡтылыҡ булмауы халыҡты борсой. Мөрәжәғәт ошо юлдарҙы тәртиптә тотоусы “Приуралье” ойошмаһына ебәрелгән. Яуаптан күренеүенсә, мәсьәлә контролдә, яҡтылыҡ киләһе йылдың сентябрендә буласаҡ.
Йәмәғәт транспортына ла һорауҙар, дәғүәләр килеп тора. Шатлыҡлы хәбәр ҙә бар. Мәсетле районы халҡы Оло Ыҡтамаҡ һәм Оло Аҡа ауылдары араһында автобус йөрөмәүенә дәғүә белдергәйне. Район хакимиәтенән килгән яуапҡа ҡарағанда, транспорт бәйләнеше тергеҙелгән, автобустар рейсҡа сыҡҡан. Социаль селтәрҙәрҙә тормош дауам итә, ниндәй һорауҙар борсой, һөйөндөрә, уйландыра, тартынып тормағыҙ, яҙығыҙ!
Һауа торошо темаһына кире ҡайтып. "112” берҙәм диспетчер хеҙмәте телефоны - һәр кем белергә тейешле иң мөһим номер. Был берҙәм телефон номеры буйынса янғын һағы, полиция, ғәҙәттән тыш хәлдәр, ашығыс медицина ярҙамы кеүек хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефонығыҙҙа аҡса булмаһа ла “112“ номерына шылтыратып була.
БР Эске эштәр идаралығы ЮХХДИ дежур бүлегенә 235-84-02, 233-27-31 йәиһә Өфө ҡалаһы эске эштәр идаралығының ЮХХДИ дежур бүлегенә 237-84-80, 237-02-02 телефондары аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Сәләм” тапшырыуында рус телендә тура эфирҙар көн һайын 8.40 сәғәттә, башҡорт телендә шишәмбе, кесаҙна 8.10 сәғәттә бара.
Фото:Республикаға идара итеү үҙәге.