Йәмғиәт
28 Декабрь 2021, 10:16

Юмор тормошто еңеләйтә

Ҡыштың һалҡын көндәренең береһе ине. Ғәҙәттәгесә, иртә менән гәзитебеҙ сайтына ебәрерлек берәй “эҫе” яңылыҡ юҡмы икән тип интернет селтәрен гиҙә башланым. Шул ваҡытта яҡташым, Комсомол ҡасабаһынан Булат Пирғәлиндең видеоролигы күҙгә ташланды.

Беҙ йәш саҡта бик популяр “Макарена” тип исемләнгән йырҙы “Мө­кәрәмә” тип башҡортсаға үҙгәртеп, үҙенсәлекле итеп башҡарыуы күңелде күтәреп ебәрҙе.

Гәзитебеҙҙең социаль селтәр­ҙәрҙәге уҡыусылары ла йырҙы ишетеп шатланһын тип, Булаттан рөхсәт алып, “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙгә һалдым. Бер нисә сәғәт эсендә видеороликты меңдәрсә кеше ҡарап, “лайыҡ”тарын ҡуйҙы, аңлатмаларын, хуплау һүҙҙәрен ҡалдырҙы, үҙҙәренең сәхифәләренә күсереп алыусылар ҙа бихисап ине.

Артабан Булат яңғыҙы һәм хеҙмәттәштәре менән бергәләп “Эс майлап, эс яйлап”, “Башҡорт шизгараһы”, “Әрмегә китеп барам”, “8 Мартҡа”, “Рецепт”, “Тирәтләү”, “Таҡмаҡтар”, “Грузин сәйе”, “23 февраль йыры”, “Тәкә-Тәкә-Тә” һәм башҡа сығыштары менән тамашасыны шатландырҙы.

Үҙенсәлекле образ уйлап табып, ысын мәғәнәһендә интернет йондоҙона әйләнде Булат Пирғәлин. Йыр-моңға тартылыуы ҡанында барҙыр, күрәһең, уның атаһы ла әсәһе лә ижадҡа мөкиббән кешеләр була.

Пирғәлин мәктәптә яҡшы уҡый, Нияз Йомабаев етәкселегендә мәҙәниәт йортоноң вокаль-инструменталь ансамблендә сығыш яһай, бас-гитарала уйнай. Егет мәктәпте тамамлағас, барыһы ла, ул сәнғәт юлын һайлар, тип уйлай. Әммә Булат документтарын Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механизациялау бүлегенә тапшыра. Институтта факультеттың вокаль-инструменталь ансамблен етәкләй. Диплом алғандан һуң “Поляковка” совхозының Туңғатар бүлексәһендә механик булып хеҙмәт юлын башлай, һуңынан инженер булып эшләй.

Шул осорҙа ла клуб менән тығыҙ бәйләнештә була Булат Пирғәлин. 1987–1988 йылдарҙа Фәнил Нафиҡов, Дим Ҡоләхмәтов менән Комсомол клубында инструменталь ансамбль ойоштороп, үҙҙәре көй, йыр яҙып, концерттар ҡуйып, дискотекалар үткәреп йөрөйҙәр.

Тормош шулай ҡоролған: борма-борма юлдар аша булһа ла, кеше үҙ асылына ҡайта, күрәһең. Булат та, сәхнәһеҙ йәшәй алмаясағын аңлап, үҙен баштан-аяҡ ижадҡа арнау маҡсаты менән 1993 йылда Комсомол мәҙәниәт йортона эшкә күсә. Төрлө йылдарҙа директор, рәссам-ҡуйыусы ла булып эшләй, 2002 йылдан ул – клубтың художество етәксеһе.

Халыҡҡа Пирғәлин композитор булараҡ та яҡшы таныш, балалар һәм өлкәндәр өсөн 200-ҙән ашыу йыр ижад иткән. Учалы, Сибай филармонияһы артистары репертуарына ингәндәре лә бихисап. Уның йырҙарын “Урал моңо”, “Йәшлек-шоу” конкурстарында, “Гәлсәр һандуғас”, “Башҡорт йыры”, “Сулпылар” телевизион проекттарында, “Тамыр”, “Юлдаш” каналдарында ла яңғыраталар.

Булат менән аралашҡанда, уның тормошҡа юмор күҙлеге аша ҡарауы, оптимист рухлы булыуы күренеп тора.

– Юмор, минеңсә, тормошто еңеләйтә, һәр нәмәгә үтә етди итеп ҡарай башлаһаң, йәшәүе лә ҡатмарлаша. Әлбиттә, сама ла кәрәк.

Сер түгел, бөтә донъяны хәүефкә һалған пандемия тормошобоҙҙо тамырынан үҙгәртте. Күптәр бер ҡайҙа ла сыға алманы, клубтар ҙа бикләнде, кешеләргә йөрөү, аралашыу мөмкинлеге сикләнде. Шул саҡта, таныштарымдың күңелен аҙ ғына булһа ла күтәрәйем тип, башта шундай идея тыуҙы. Яңғыҙ ғына сығыш яһау күңелһеҙ бит, үҙемдең “бер туғандарҙы” табырға тура килде. Ябай булмаған форматта ижад итеүемде яҡындарым бик оҡшатты. Мине белмәгәндәр “Бәйләнештә” селтәрендә “Өс кеше игеҙәкме, әллә бер кешеме?” тип һорап яҙа. “Ағайҙарыма” Булат, Айбулат, Ишбулат тип исем дә ҡуштым әле.

Ҡайһы бер клиптарым “Бәйләнештә” селтәрендә йөҙәр меңдән ашыу тауыш йыйҙы, комментарийҙар ҙа бик күп. Себен үлтергес менән торба һуғып, интернетта шулай популярлыҡ яулармын тип һис тә уйламағайным, әлбиттә, – тип йылмая интернет йондоҙо.

 

Римма СОЛТАНОВА.

Читайте нас