

Тиҙҙән өр-яңы йылға аяҡ баҫабыҙ. Ул һәммәбеҙгә лә уңыштар ғына килтерһен, йыл буйы барыһы ла уң булып торһон! Барыҫ йылында тыуғандар араһында Сибай ҡалаһы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Айгөл Ураҙбаева ла бар.
– Йылдарҙың бүленешенә ыңғай ҡарайым һәм уға тулыһынса ышанам, – тип һөйләй Айгөл Фәтих ҡыҙы. – Ҡайһы яҡтан ғына алып ҡараһаң да, күп осраҡта ҡырағай барыҫ йәнлегенең сифаттары миңә тура килеп тора. Мәҫәлән, маҡтаныу тип ҡабул итмәгеҙ, әммә миндә тәүәккәллек бар. Был турала бүтәндәр ҙә һәр саҡ әйтә.
Батырҙың ярты һөнәре – тәүәккәллек, тибеҙ. Әгәр ҙә Айгөл Фәтих ҡыҙында ошо сифаттары “аҡһаһа”, ул республика кимәлендә ойошторолған төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға йөрьәт итмәҫ тә ине. Күп бәйгеләрҙә ҙур еңеүҙәр яулай ул. Күптән түгел Өфө ҡалаһында II Республика “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” конкурсының йомғаҡлау сараһы уҙғайны, конкурсанттар араһында Айгөл Ураҙбаеваны күреү айырыуса шатлыҡлы булды. Ошо хаҡта педагог Мәүлиҙә Харисова былай тип яҙған:
“Мәртәбәле сарала хөрмәтле коллегабыҙ, үҙ эшенең оҫтаһы, тәжрибәле уҡытыусы-логопед Айгөл Ураҙбаеваның ҡатнашыуы беҙҙең өсөн дә ҡыуаныслы булды. Ысынлап та, Айгөл Фәтих ҡыҙы балаларҙа туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, матур итеп һөйләшергә, үҙ фекереңде аныҡ әйтергә өйрәтеү эшенә 25 йылға яҡын ғүмерен бағышлаған алдынғы ҡарашлы педагог. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыусы коллегабыҙ туған телдә уҡытыуҙа яңы инновациялы алымдар ҡулланып эш итә. Бигерәк тә уның авторлығында телмәрҙе үҫтереүсе интерактив уйындар бик һөҙөмтәле һәм уңышлы тормошҡа ашырыла!
Айгөл Фәтих ҡыҙы – “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы туған телдә уҡытыуҙа иң яҡшы педагогик тәжрибә” номинацияһы призеры! Оло уңышы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!”
Айгөл Ураҙбаевала ҡыйыулыҡ һыҙаттары ла асыҡ тойомлана. Алыҫ үткәндәргә күҙ йүгертһәк, түбәндәге күренешкә тап булабыҙ. Тап батырлыҡ һыҙатын үҙ иткәне өсөн X класты тамамлаған үҫмер ҡыҙ яңғыҙы ғына тыуған ауылынан 150 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан сит ҡалаға юлланған, ундағы юғары уҡыу йортона имтихан тапшырып, артабан белем алған.
– Хәҙер гүзәл заттың ҡайһыһы ғына автомобиль йөрөтмәй?! – ти Айгөл Фәтих ҡыҙы. – Мин бәләкәйҙән үк техника менән дуҫмын. Һәр ваҡыт ирем Сибай ҡалаһына ла, Баймаҡ районына ла, хатта тотош Башҡортостан буйынса, ваҡыты тығыҙ саҡта ла, мине автомобилендә алып йөрөнө. Рәхмәтем сикһеҙ. “Туҡта, ә ниңә уны ыҙалатырға, былай ҙа эше күп. Мөмкинлек булғанда, машина һатып алырға ла үҙемә йөрөргә кәрәк”, – ғаилә советына ошо һорауҙы сығарҙыҡ һәм мәсьәлә тиҙ арала хәл ителде. Әле 14 йылдан ашыу рулдәмен, тәүҙән үк бер ниндәй ҙә ҡурҡыу тойғоһо булманы. Машинаға ултырһам, ҡомар уяна миндә.
Айгөл ханым өсөн тоғролоҡ төшөнсәһе – иң мөһиме. Әхирәттәренең серен һаҡлай, айырыуса тормош иптәшенә тоғро ҡатын, балаларға хәстәрлекле әсәй.
...Айгөл исемле ҡыҙ менән Рамаҙан тигән егет Сибай ҡалаһында танышҡан. Дуҫлашып йөрөгән йәштәр, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, сәстәрен сәскә бәйләгән. Шатлыҡты ла, ауырлыҡты ла бергә кисереп-күтәреп, ҡулға-ҡул тотоношоп, инде 23 йыл бергә бик татыу ғүмер итә Ураҙбаевтар.
Айгөл Фәтих ҡыҙы тыумышы менән Ейәнсура районының Хоҙайбәндә ауылынан. Ә Рамаҙан Рәжәп улы сығышы менән Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан. Төҙөлөш тармағында эшмәкәрлеген киң йәйелдергән, ҡулы оҫта, кешеләргә заманса йорттар төҙөй. Өлкән ҡыҙҙары Наҙгөл Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында бакалавриат тамамлаған, әле Башҡорт дәүләт университетында магистратурала белем эстәй, бер үк ваҡытта Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында ла эшләй. Кесе ҡыҙҙары Азалия Сибай гимназияһының IX класында уҡый. Балаларҙың киләсәге – ата-әсәнең ҡулында, маҡсаттары – тормошта уларҙың һәр береһенә дөрөҫ йүнәлеш биреү.
– Башлаған эшемде теүәл итеп тормошҡа ашырмайынса бер ҡасан да туҡталмайым, маҡсат ҡуйып йәшәйем, – ти әңгәмәсем. – Ҡайһы саҡ барыһы өсөн дә сер булып ҡала беләм. Барыҫ та шундай бит. “Һин улай түгел инең бит, беҙ бүтәнсә уйлағайныҡ”, – тип аптырап ҡарайҙар миңә. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылам, ҡайнап торған хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында булырға тырышам. Башта балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгәндә, дөрөҫ һөйләмәгән ҡыҙ һәм малайҙарҙы осратып, күңелем әрней торғайны. Үҙемсә уларға өндәрҙе дөрөҫ әйтергә ярҙамлаштым. Ошо ниәтем Магнитогорск дәүләт университетының логопедия факультетын тамамлауға этәргес бирҙе.
Барыҫтың тыныс ҡына, әммә бар эшен дә еренә еткереп башҡарғанына иғтибар иткәнһегеҙҙер. Мәҡәлә геройым Айгөл Ураҙбаеваның холоҡ-фиғеле лә, үҙенең тотошо ла шундай. Уның ҡарауы, ул донъяла күп нәмәгә ирешкән. Ғаиләһенән уңған, эш урынында хөрмәт итәләр. Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел.
– Яңы йыл уңайынан барыһына ла тик изге теләктәремде еткерәм, донъяларҙың имен тороуын теләйем, тажлызәхмәт сире нисек тиҙ килеп сыҡҡан, шулай йәһәт кенә юғалһын ине, – тип тамамланы һүҙен Айгөл Ураҙбаева.
Илдар АҠЪЮЛОВ.
Сибай ҡалаһы.