Йәмғиәт
29 Декабрь 2021, 12:30

“Башлыҡтың хеҙмәтенең емеше йылдар үткәс баһаланасаҡ”

Төбәк Башлығының ҙур интервью алымындағы сығышына ҡарата дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҙ фекерен белдерҙе.

“Башлыҡтың хеҙмәтенең емеше йылдар үткәс баһаланасаҡ”“Башлыҡтың хеҙмәтенең емеше йылдар үткәс баһаланасаҡ”
“Башлыҡтың хеҙмәтенең емеше йылдар үткәс баһаланасаҡ”

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур интервью алымында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы етәкселәренең һорауҙарына яуап бирҙе.

“Коронавирусҡа ҡаршы 1,5 йыл дауам иткән көрәш Башҡортостан бюджетына 28 миллиард һумға төштө, ул – дарыуҙар, ҡорамалдар, түләүҙәр, госпиталдәр”, - тип билдәләне төбәк Башлығы.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин, коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән 28 миллиард һумдың бик ҙур сумма булыуын билдәләп, әгәр ошондай хәл килеп тыумаһа, был аҡсаны балалар баҡсалары, поликлиникалар төҙөү, социаль һорауҙарҙы хәл итеү мөмкин булыр ине, әммә “иң мөһиме – республикабыҙ был күренештән лайыҡлы сығып килә, бер табипты ла, шәфҡәт туташын да эштән ебәрмәнек...”, тине.

- Радий Хәбиров бөтә төбәктәрҙең дә кеше капиталы өсөн көрәш башлауын яҡшы аңлай, сөнки төп байлыҡ – уңайлы мөхиттә йәшәгән, эш менән тәьмин ителгән граждандар. Төбәк етәксеһе үҙ иңенә төрлө ҡарарҙар өсөн яуаплылыҡ алырға ҡурҡмай. Эйе, тәнҡитләүселәр бар, улар барасаҡ – уларһыҙ булмай. Иң мөһиме – хәрәкәт. Һәм был башҡортса бик ябай яңғырай: “Алға”, - тип билдәләне Азамат Йәнбирҙин.

Халыҡ фронтының республикалағы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин легаль булмаған юл менән пассажир ташыу хеҙмәте күрһәтеүселәргә ҡаршы көрәш тураһындағы мәсьәләгә үҙ фекерен еткерҙе:

- Транспорт проблемаһы – баш ҡалабыҙҙағы иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе. Тиҫтә йылдар дауамында ул ҡар өйөмө ише арта ғына барҙы. Уны хәл итеү өсөн ниндәйҙер үҙенсәлекле саралар кәрәк ине. Төбәк Башлығына бына ошолар менән шөғөлләнергә тура килде. Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына бармай, әммә былар – күсеү осоро ҡытыршылыҡтары. Транспорт реформаһы – ул тәү сиратта халыҡтың уңайлығы. Интервью ваҡытында Радий Хәбиров билдәләгәнсә, “был осраҡта халыҡ хаҡлы, сөнки пассажирҙарҙан ялыуҙар бар әле”.

БР Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев: “Төбәк Башлығы хеҙмәтенең емеше йылдар үткәс кенә баһаланасаҡ шарттарҙа эшләргә мәжбүр, ә инде мәлендә уның идара итеү эшмәкәрлеге күнкүрештәге шарттар арҡаһында аңлап ҡабул ителмәүе, хатта ниндәйҙер кимәлдә ҡуҙғыу тыуҙырыуы ла ихтимал”, - тип билдәләне.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас