

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге "Йәшлек House" ижад йортонда булып, республика йәштәр йәмәғәт ойошмалары урынлашҡан бинаны ҡараны.
Билдәле булыуынса, 2021 йылдың октябрендә тарихи урында - Пушкин урамы, 86 адресы буйынса Йәштәр йорто асылғайны. Бинаның ниндәйҙер өлөшөнә ремонт тамамланмағайны әле.
Бында төбәк Башлығы төҙөкләндереү эштәре менән танышты. Ул йәштәрҙең бизнес-бранч үҙәген ҡараны, шулай уҡ студияла йәштәр гимнын яҙҙырыу барышында ҡатнашты.
Башҡортостан студенттар отряды лидеры, республика Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ирина Сухарева һөйләүенсә, улар ирекмәндәр менән берлектә архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында уҡыған ата-әсә ҡарауынан мәхрүм студенттар өсөн Яңы йыл бүләктәре әҙерләй. "Поехали" телеканалында "2ЖУР" сәйәхәт шоуын алып барыусылар Илья Гордееев һәм Вова Капри Башҡортостан тураһында фильм төшөрәсәктәре тураһында һөйләне. Башҡортостандың туристарҙы йәлеп итерлек, билдәһеҙ урындары күп, һәр район тураһында фильм төшөрөргә әҙербеҙ, тип белдерҙе улар.
"Беҙ был эштә булышлыҡ итергә әҙер. Берәй муниципалитет тураһында фильм эшләгеҙ. Беҙгә барыһы ла оҡшаһа, хеҙмәттәшлек итербеҙ. Йәш режиссерҙарҙың һәм блогерҙарҙың донъяға ҡарашы икенсерәк, үҙ фекерҙәре бар", - тине Радий Хәбиров.
"Телешко" балалар мәктәбе етәксеһе Рөстәм Аҙнабаев менән аралашҡанда республика Башлығы проекттарҙың грант алыу мөмкинлеген киңерәк ҡулланырға тәҡдим итте. Кино индустрияһын үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә нәҡ ошо турала һүҙ барғайны.
Радий Хәбиров шулай уҡ Яңы йылға арналған квиз-викторинала ҡатнашты. Бындай ижади киңлектәр башҡа ҡалаларҙа ла төҙөләсәк, тине ул.
- Беҙҙең бурыс - Йәштәр йорто гөрләп торһон. Бында үҙ-ара аралашырға, ижади уй-теләктәрҙе тормошҡа ашырырға мөмкинлек булһын. Әлегә Нефтекамала ошоға оҡшаш үҙәк бар. Артабан да бындай йорттарҙы булдырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, - тине республика Башлығы.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148978.html