

2021 йылда йәштәр сәйәсәтен, физик культураны һәм спортты үҫтереүҙең, Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре һәм 2022 йылға бурыстар тураһында Башҡортостан Хөкүмәтенең йомғаҡлау ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һөйләне.
Башҡортостанда 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге 1 миллион 107 меңдән ашыу кеше йәшәй. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй Федерацияһының 85 төбәге араһында етенсе урынды биләй.
Ирек Сәғитов октябрҙә Өфөнөң тарихи үҙәгендә “Йәшлек” йәштәр йәмәғәт урыны эшләй башлауы, муниципалитеттарҙа алты мобиль штаб асылыуы, дүрт меңдән ашыу ирекмәндең урман янғындарын һүндереүгә йәлеп ителеүе тураһында әйтте. 63 муниципаль берәмектә «Беҙ бергә» Бөтә Рәсәй акцияһының ирекмәндәр штабы эшләгән, улар өлкән йәштәге граждандарға, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәткән.
Спорт ҡоролмалары һаны буйынса төбәктәр рейтингында Башҡортостан, Мәскәүҙән ҡала, икенсе урынды биләй. Өфөнөң 450 йыллығын айҡанлы Көрәш, Фехтование үҙәктәре, ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы кеүек ҙур спорт объекттарын төҙөү планлаштырыла.
Быйыл Хәйбулла, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарында бассейндар, Шаран һәм Борай ауылдарында физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, Октябрьский ҡалаһында боҙ аренаһы төҙөү, Мәләүездә «Спартак» һәм Күмертауҙа «Шахтер» стадиондарын төҙөкләндереү дауам иткән.
Ирек Сәғитов йәйге Олимпия һәм Паралимпия уйындарында Башҡортостан спортсыларының юғары ҡаҙаныштарын да телгә алды.
Хәүефһеҙлекте ойоштороу, халыҡты һәм биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау мәсьәләләренә килгәндә, вице-премьер, отчет осоронда төп иғтибар граждандарҙы яҡлау кимәлен күтәреүгә йүнәлтелде, тип билдәләне. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса янғындар 3,7 процентҡа һәм унда зыян күреүселәр һаны 9,2 процентҡа кәмегән, уттан ҡотҡарып ҡалынғандар 166 кешегә артҡан. Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламалар менән тәьмин итеү буйынса эш әле лә дауам итә. Бөгөн йорттарға 390 меңдән ашыу янғын хаҡында иҫкәрткес ҡуйылған. Улар ярҙамында 677 кешенең, шул иҫәптән 266 баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалынған. Республика Башлығы Указына ярашлы, бындай приборҙар менән бушлай тәьмин ителергә тейешле граждандар исемлеге киңәйтелде. Башҡортостанда янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламаларҙы граждандарҙың 12 категорияһы республика бюджеты иҫәбенә алыу мөмкинлегенә эйә. Бындай ярҙам башҡа төбәктәрҙә күрһәтелмәй.
Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Волга буйы федераль округында иң яҡшыларҙың береһе тип танылған «Хәүефһеҙ ҡала» комплекслы проекты мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Ирек Сәғитов әйтеүенсә, хәҙер «Хәүефһеҙ ҡала» комплексының барлыҡ өлөштәре, шул иҫәптән тораҡ пункттарҙа видеокүҙәтеү камералары, һыу ятҡылыҡтарында һәм урмандарҙа мониторинг пункттары, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотоға һәм видеоға теркәү комплекстары интеграциялана.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331