

Быйылғы ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән Кремль шыршыһын офлайн форматта уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Балалар өсөн әҙерләнгән сағыу байрамды барыһы ла күрә аласаҡ – Дәүләт Кремль һарайында байрам тамашасыларһыҙ уйнала. Трансляцияһы "Карусель" федераль телеканалында бөтөн илгә күрһәтеләсәк. Тамаша 2021 йылдың 31 декабрендә тура эфирға сыға, ә 2022 йылдың 7 һәм 13 ғинуарында ҡабатлап күрһәтеләсәк.
Кремль шыршыһы 80 йылдан ашыу үткәрелә. Беренсе тапҡыр тамаша 1935 йылда уҙғарыла. Тәүҙә байрам Союздар йортоноң Колонналар залында булһа, 1953 йылдан төп Яңы йыл сараһы Ҙур Кремль һарайында ойошторола башлай.
Фото: kamensk24.ru