Йәмғиәт
29 Декабрь 2021, 12:45

Өс һорау йышыраҡ борсой

Иң күп мөрәжәғәттәр - юлдар буйынса.

Өс һорау йышыраҡ борсойӨс һорау йышыраҡ борсой
Өс һорау йышыраҡ борсой

Быйыл Башҡортостан туристик кешбэк буйынса Рәсәйҙең халыҡ иң күп йөрөгән төбәктәр исемлегенә инде. Туристик операторҙар республикабыҙға 120 тур тәҡдим иткән.

Беҙҙең, әлбиттә, күрһәтәһе әйберҙәр бар. Ҡышҡыһын да, йәйгеһен кеүек, мауығыуҙар аҙ түгел.

Был хаҡта – Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенән “Сәләм” тапшырыуындағы тура эфирҙа. Бөгөн республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин яуап бирҙе.

Һөйләшеү байрамдарҙа һәм каникул ваҡытында Башҡортостанда йәшәгәндәргә һәм ҡунаҡтарға ҡайҙа барыу тураһында барҙы. Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты 31 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем бай программа тәҡдим итте. “Терраҡыш” фестиваленән алып 9  ғинуар “Russian Street Food Awards” фестивалендә еңеп сыҡҡан  башҡорт тәмлекәстәрен тәмләп ҡарауға тиклем. Барлыҡ саралар афишаһын Ринат Фәтҡуллин сәхифәһендә ( https://vk.com/ffrinat?w=wall9435928_7188) белергә мөмкин.

Әйткәндәй, республикала бушлай боҙ майҙансыҡтары артты. Улар Өфөлә Ағиҙел буйында һәм Салауат үҙәгендә асылды. Салауат катогы тарихы бигерәк ҡыҙыҡлы. Унда үҙәк майҙанда боҙ майҙансығы булдырылды, тик шыршыға барып булмай ине. Хәҙер барыһы ла яҡшы. Дүрт метрлы йәйәүлеләр юлы йыһазландырылған. Шыуып та, тау эргәһенә барып фотоға төшөп тә була.

Дөйөм алғанда, мөрәжәғәттәр итеү буйынса иң популяр тема – юлдар, 170 мөрәжәғәт. Был, алдағы көндәргә ҡарағанда, күберәк. Икенсе урында – транспорт темаһы (160 ялыу). “Башавтотранс” логотиплы аҡ автобустар күбәйгәндән-күбәйә. Тимәк, беҙгә уңайлыраҡ. Өсөнсө урында – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  (98 мөрәжәғәт). Был исемлектә коронавирус юҡ, шуныһы ҡыуандыра.

Иртәгә Республикаға идара итеү үҙәге өсөн бик мөһим көн. “Теләктәр шыршыһы”на балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашырыр өсөн баралар. Ә бына киләһе тура бәйләнеш каникулдан һуң буласаҡ. Яңы йылдағы беренсе эфир һәр ваҡыттағыса файҙалы мәғлүмәттәрҙән торасаҡ.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас