Йәмғиәт
30 Декабрь 2021, 06:00

58 йәшлек ҡатындың бәпесе тыуған!

Оҙаҡламай әсә менән бәләкәс өйҙәренә ҡайтып китәсәк.

58 йәшлек ҡатындың бәпесе тыуған!58 йәшлек ҡатындың бәпесе тыуған!
58 йәшлек ҡатындың бәпесе тыуған!

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, Өфөләге Республика перинаталь үҙәгендә 58 йәшлек ҡатын әсәй булырға әҙерләнә ине. Һәм бына Яңы йыл алдынан ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булды: ошо көндәрҙә ул ҡатын әсәй булған.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының үҙ сығанағы белдереүенсә, әлеге ваҡытта әсә лә, бәпес тә үҙҙәрен яҡшы тоя. Оҙаҡламай улар өйҙәренә ҡайтып китәсәк.

Билдәле булыуынса, был ҡатындың балаһы ЭКО процедураһы ярҙамында яралған.

Бәпескә һәм уның әсәһенә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: islam.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас