

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәгебеҙҙең төп дәүләт медиа-холдингында - “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында булды.
Был компания һигеҙ медиаресурсты – БЮТ, “Ҡурай”, “Тамыр”, “Сәләм” телеканалдарын, “Юлдаш”, “Спутник ФМ”, “Ашҡаҙар”, шулай уҡ Bash.news интернет-порталын берләштерә.
Радий Хәбиров 2018 йылдың 14 ноябренән эфирға сығып килгән “Республика LIVE” программаһы редакцияһында булды. Был тапшырыу реаль ваҡыт алымында төбәк Башлығының эш сәфәрҙәре барышында төшөрөлә. Унда республика етәксеһенең халыҡ менән аралашыуына, төбәктең ниндәй йүнәлештә үҫешеүенә, тамашасыларҙы уның үҙенсәлектәре менән таныштырыуға әһәмиәт бирелә. Проекттың авторы һәм етәксеһе Елена Прочаковская Яңы йыл байрамы алдынан БЮТ каналында программаның 398-се сығарылышы буласағы, ә барлығы 400 тапшырыу төшөрөүе тураһында һөйләне.
Радий Хәбиров “Республика LIVE” проекты командаһының Башҡортостан Башлығының эш сәфәрҙәрен генә күрһәтмәүен, асылда республика йылъяҙмаһын яҙыуын билдәләне. Ул БЮТ каналының ниндәй тапшырыуҙары халыҡ араһында нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы тураһында һорашты. “Башҡортостан” ТРК-һы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов әйтеүенсә, иң ҙур ихтыяж менән ҡулланғандары – спорт трансляциялары, айырыуса “Салауат Юлаев” хоккей командаһы ҡатнашлығындағы матчтар, шулай уҡ яңылыҡтар, "Республика LIVE” һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының концерттары. Аналитик тапшырыуҙар араһында иң ҙур рейтингка эйә тапшырыуҙарҙың береһе – “Дөрөҫөн әйткәндә”.
Радий Хәбиров компания коллективына оператив һәм сифатлы эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк Башлығы “Юлдаш”, “Спутник ФМ” радиостанцияларында ла булды. Уларҙың эшмәкәрлеге менән “Башҡортостан” ТРК-һы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, радиостанцияларҙың баш мөхәррирҙәре Миләүшә Ғәлиева менән Роза Төхбәтова таныштырҙы.
Радий Хәбиров телерадиокомпанияның медицина пунктында ла булды. Ул ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешенсә йыһазландырылған. Рөстәм Зәрәфетдинов әйтеүенсә, бөгөнгә компания хеҙмәткәрҙәренең 99 проценты ковидҡа ҡаршы прививка яһатҡан.
Ул шулай уҡ компания алдында етди бурыстар тороуы – теле- һәм радиоҡорамалдарҙы яңыртыу зарурлығы тураһында ла әйтте. Күп ҡорамалдарҙың физик йәһәттән туҙыуы 80-100 процент тәшкил итә. Компания 2022 - 2024 йылдарға иҫәпләнгән модернизация планы әҙерләгән. Республика Башлығы киләһе йылдың икенсе яртыһынан ошо маҡсатҡа тейешле финанс ярҙамы бүленә башлаясағы тураһында белдерҙе.
- Барлыҡ мәсьәләләрҙе әкренләп хәл итәсәкбеҙ. Ә һеҙҙән тамашасы өсөн ҡыҙыҡлы булырҙай яңы тапшырыуҙар көтәбеҙ. Телевидение халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта йәштәр аудиторияһын нығыраҡ йәлеп итеү тураһында ла оноторға ярамай, - тине төбәк етәксеһе. Ул шулай уҡ 2022 йылда республикала телевидение тармағын үҫтереү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм төҙөләсәге хаҡында ла белдерҙе. Осрашыу аҙағында Радий Фәрит улы "Башҡортостан" ТРК-һы коллективын Яңы йыл менән ҡотланы һәм бер төркөм һөнәр оҫталарына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Фото һәм сығанаҡ: glavarb.ru