Йәмғиәт
30 Декабрь 2021, 05:50

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә хәл тотороҡло

Министрлыҡ 26 дәүләт хеҙмәтен электрон төргә күсерҙе.

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә хәл тотороҡлоЕр һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә хәл тотороҡло
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә хәл тотороҡло

Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская Хөкүмәттең йомғаҡлау ултырышында 2021 йылда республикала ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге яҡынса һөҙөмтәләр, киләһе йылға бурыстар тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Быйыл 11 айҙа министрлыҡ республика бюджетына 817,2 миллион һум килем индергән, был билдәләнгән планға ҡарата 104,7 процент тәшкил итә.

Ер һәм милек өлкәһенә дәүләт идараһының сифатын яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы республикалағы Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә быйыл февралдә 26 хеҙмәтте электрон төргә күсереүҙе эшен тамамланы.

2021 йылда ишле, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә, уларға шәхси йорт һалыу өсөн бушлай ер биреүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленде.

1 декабргә ҡарата бушлай ер биреү өсөн 54820 ишле һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән 8524 ғаилә иҫәпкә ҡуйылған. Ишле ғаиләләргә – бөтәһе 39716, инвалид бала тәрбиәләгәндәргә 6006 ер участкаһы (2021 йылда шуларҙың 747-е һәм 86-һы) бирелгән.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас