Йәмғиәт
30 Декабрь 2021, 06:20

Халыҡ менән бәйләнеш проблемаларҙы асыҡларға ярҙам итә

1 – 23 декабрҙә йәмғеһе 8765 мөрәжәғәт килгән.

Халыҡ менән бәйләнеш проблемаларҙы асыҡларға ярҙам итәХалыҡ менән бәйләнеш проблемаларҙы асыҡларға ярҙам итә
Халыҡ менән бәйләнеш проблемаларҙы асыҡларға ярҙам итә

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының йомғаҡлау ултырышында Республикаға идара итеү үҙәге эше сиктәрендә башҡарма власть органдарының, муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының аҙналыҡ отчеттарына анализ яһалды.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, быйыл декабрҙән Башҡортостандағы башҡарма власть органдарының халыҡ менән бәйләнеше өлкәһендәге эш күрһәткестәрен баһалау өсөн аҙна һайын отчет биреү ғәмәлгә индерелгәйне.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская ошо турала ентекле мәғлүмәт бирҙе. 1 – 23 декабрҙә йәмғеһе 8765 мөрәжәғәт килгән. Беренсе урынды юл сифатына ҡағылышлы мөрәжәғәттәр биләй, артабан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре килә.

– Беҙ Инцидент-менеджмент системаһында һәм Кире бәйләнеш платформаһында эшләйбеҙ. Отчеттың маҡсаты – халыҡтың ялыуҙары нигеҙендә республика башҡарма власть органдарын системалы анализлау, проблемаларҙы асыҡлау, – тине Елена Прочаковская.

27 декабргә республика башҡарма власть органдарының 276 аккаунты асылған.

Андрей Назаров, төбәк халҡы властың эшләгән эшен күрергә тейеш, тип билдәләне.

– Беҙ мөмкин тиклем асыҡ булырға, һәр кешегә үҙебеҙҙең нимә менән шөғөлләнеүебеҙ, ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙ тураһында мәғлүмәт еткерергә тейешбеҙ. Ә халыҡ менән бәйләнеш беҙгә өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы йылдамыраҡ хәл итергә мөмкинлек бирә, – тине Премьер-министр.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас