

Башҡортостан 2022 йылды ҡаршылай. Яңы йыл байрамдарының иң төп һорауҙарының береһе – ҡунаҡтан нисек ҡайтырға йәки барырға. Шуға ла ошо мәғлүмәт менән алдан ҡоралланып ҡуйырға кәрәк.
31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә Өфөлә йәмәғәт транспорты 03:30 тиклем эшләйәсәк. Йәмәғәт транспорт тармағы хеҙмәткәрҙәре оҙаҡ ял итмәйәсәк, сөнки иртәнге сәғәт 6-ла иң талап ителгән йүнәлештәр буйынса тағы ла рейсҡа сығасаҡ. Ҡала һәм район араһындағы автобус хәрәкәте пассажирҙар ағымына бәйле буласаҡ.
Расписание менән 8 (347) 262-66-6 “ҡыҙыу элемтә” телефоны аша танышырға мөмкин. Ҡала-яны поездары көн һайын йөрөйәсәк, әммә бөтәһе лә түгел – үҙгәртелгән график буйынса.
Фото: Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенән.
#ЦУРБашкортостана #решаемвмест