

"Хөрмәтле Рәсәй граждандары! Ҡәҙерле дуҫтар!
2021 йыл аҙағына яҡынлашты. Барыбыҙҙы ла хәҙер алдағы яҡшы үҙгәрештәргә өмөт берләштерә. Ләкин билдәле, уларҙы уҙып барған йыл ваҡиғаларынан айырып булмай.
Беҙ ҙур һынауҙар менән осраштыҡ, шулай ҙа ошондай ауыр шарттарҙа йәшәргә, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәндек. Быға үҙ-ара теләктәшлек булғанға өлгәшә алдыҡ.
Барлыҡ континенттарҙы ялмап алған һәм әлегә сигенергә уйламаған ҡурҡыныс эпидемия менән көрәште дауам итәбеҙ. Ул тиҫтәләгән мең ғүмерҙәрҙе өҙҙө. Туғандарын, яҡындарын юғалтҡан һәр кемгә ысын күңелдән теләктәшлек һүҙҙәрен еткерәм.
Уҙған йылдың барлыҡ ҡыйынлыҡтарын берҙәм көс менән еңдек. Ауыр хәлдә ҡалғандарҙы яҡлауға алдыҡ. Тәү сиратта оло быуынға һәм балалы ғаиләләргә ярҙам иттек. Илдең, граждандарҙың именлеген хәстәрләнек. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иҡтисадты тергеҙҙек. Хәҙер күп позициялар буйынса стратегик бурыстарҙы тормошҡа ашырабыҙ.
Әлбиттә, хәл итәһе проблемалар бихисап. Шулай ҙа 2021 йылды лайыҡлы үттек. Төп ҡаҙаныштар тап һеҙгә - ил граждандарына бәйле. Һәр берегеҙ үҙ бурыстарын теүәл үтәргә тырышты. Көсөнән килгәндән күберәк эшләргә ынтылды. Барығыҙға ла ысын күңелдән рәхмәт!
Ошондай ауыр ваҡытта ижади үҫешкә, пландарҙы тормошҡа ашырырға, Тыуған илгә файҙа килтерергә ынтылыу ифрат мөһим. Яңы йыл иһә был йәһәттән яңы мөмкинлектәр асыр тигән өмөттәбеҙ. Шулай ҙа уңыш нигеҙе барыһынан да элек үҙебеҙҙән тора. Төп маҡсатыбыҙ - кешеләрҙең тормош кимәлен, сифатын яҡшыртыу. Тап ошо бурыстарҙы хәл итеү Рәсәйҙе тағы ла көслөрәк итәсәк. Бергә саҡта ғына Ватаныбыҙҙың үҫешен тәьмин итә аласаҡбыҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Яңы йыл төнө йылы хистәр, яҡты ниәттәр менән тулы. Һәр кем иң яҡшы сифаттарын күрһәтергә тырыша - мөғжизәле байрамдың асылы тап шунда. Атай-әсәйҙәребеҙҙе иғтибар, хәстәрлек менән сорнау, уларҙың һеҙҙең өсөн бик ҡәҙерле икәнен әйтеү бик мөһим. Мөхәббәт, балалар, ғаилә, дуҫтар булыуы шундай ҙур бәхет ул! Был бөйөк ҡиммәттәр - тормошобоҙҙоң төп мәғәнәһе.
Ошо минуттарҙа һөнәри һәм хәрби бурыстарын үтәгән, ауырыуҙарҙы ҡотҡарған, поста булғандарҙы Яңы йыл менән айырым ҡотлайым. Хоҡуҡ тәртибе тәьмин ителә, транспорт магистралдәрендә эш тотҡарланмай. Был өлкәләрҙә йөҙләгән мең граждан эшләй. Ил, йәмғиәт өсөн мөһим, яуаплы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Ил халҡына төп теләк, әлбиттә, ныҡлы сәләмәтлек, ә уға эш, ижад уңыштары өҫтәлер тип ышанам. Һәр йортта шатлыҡлы ваҡиғалар мөмкин тиклем күберәк булһын. Яңы ғаиләләр барлыҡҡа килһен, балалар тыуһын, улар аҡыллы, сәләмәт, намыҫлы һәм ирекле булып үҫһен. Һәр йөрәктә мөхәббәт булһын, ул беҙҙе ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүгә, ҙур бейеклектәрҙе яулауға илһамландырһын - яратҡан кешеләребеҙ, бөйөк Ватаныбыҙ хаҡына.
Яңы 2022 йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!"
Фото, видео: kremlin.ru