Йәмғиәт
31 Декабрь 2021, 19:05

"Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Яңы 2022 йыл менән ҡотланы.

"Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!""Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!"
"Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!"

"Ҡәҙерле яҡташтар! Дуҫтар!

2021 йыл тарихта ҡала. Ул ҡатмарлы һәм күп төрлө булды. Ауыр юғалтыуҙар килтерҙе. Дауаханаларҙа, госпиталдәрҙә, ашығыс ярҙам хеҙмәттәрендә эшләгәндәрҙең һәр береһе быны минән яҡшыраҡ белә.

"Рәхмәт һеҙгә, аҡ халатлы фәрештәләребеҙ!" - тием бөгөн дә. Барлыҡ табиптарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, социаль һәм ашығыс хеҙмәттәргә, уҡытыусыларға, эшҡыуарҙарға рәхмәт. Әлеге Яңы йыл төнөндә дежурлыҡта торғандарға ла рәхмәт - яҡындарыбыҙҙың, дуҫтарыбыҙҙың ғүмере һағында улар. Республиканың һәр кешеһе ошо хис-тойғоларымды уртаҡлаша, рәхмәт әйтә - быға ышанам. Һәм был дөрөҫ тә. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә һөйөүебеҙҙе йышыраҡ белдерәйек, һәр көнгә һөйөнөп йәшәйек. Яҡындарығыҙға рәхмәт һәм йылылыҡ менән ҡарағыҙ. Йөрәгегеҙҙә урын алғандар тураһында уйлағыҙ. Әлеге ҡатмарлы ваҡытта бер-беребеҙгә нисек ҡәҙерле икәнебеҙҙе аңланыҡ. Шатлыҡлы мәлдәрҙә лә, һынауҙарҙа ла иң мөһиме - бергә булыу.

Хөрмәтле ватандаштар! Ҡыйынлыҡтарҙың сыныҡтырыуын, халыҡты берләштереүен тарих бер нисә тапҡыр иҫбатланы. Беҙ, башҡортостандар, дүрт миллиондан ашыу. Күмәгебеҙ - бер ҙур ғаилә.

Килешәһегеҙҙер, уҙып барған йылда яҡшы хәл-ваҡиғалар күп булды. Ул - республиканың ижади үҫеше, мөһим ҡаҙаныштары. Ауырлыҡтарҙы мотлаҡ еңәсәкбеҙ тигән ышаныс беҙҙе тағы ла нығытты.

Бер нигә ҡарамаҫтан, Башҡортостан алға бара. Яңы предприятиелар, йорттар, күперҙәр, юлдар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, спорт үҙәктәре төҙөйбөҙ. Яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштарына ысын күңелдән шатланабыҙ. Шул уҡ ваҡытта яңы еңеүҙәргә ынтылабыҙ.

Ышанам, беҙ бергәләп һис шикһеҙ уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ.

Яңы 2022 йыл һәр йортҡа, ғаиләгә бәхет, муллыҡ, именлек алып килһен. Башҡортостан сәскә атһын!

Яңы йыл менән! Иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек!

Яңы йыл менән!" - тиелә Башҡортостан Башлығының ҡотлауында.

Фото, видео: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас