Йәмғиәт
1 Ғинуар 2022, 05:00

Кескәйҙәргә Яңы йыл бүләге

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хәйриәлеккә ҙур иғтибар бүлә.

Кескәйҙәргә Яңы йыл бүләгеКескәйҙәргә Яңы йыл бүләге
Кескәйҙәргә Яңы йыл бүләге

“Атайсал” проекты, яҡташтарҙың тыуған яҡтарына ярҙамын маҡсат итеп ҡуйған йәмәғәт программаһы булараҡ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгәйне.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ла хәйриәлеккә ҙур иғтибар бүлә: районда социаль объекттар төҙөүгә, ремонтлауға, йыһазландырыуға үҙ өлөшөн индерә. Декабрь башында предприятие ҡаланың Рудник биҫтәһендә спорт майҙансығы һәм ФАП төҙөп тапшырғайны.

Яңы йыл алдынан биҫтәлә проект сиктәрендә капиталь ремонтланған балалар баҡсаһы ишектәрен асты. Йәй көнө башланған төҙөкләндереүгә комбинат 7,6 миллион һум аҡса йүнәлтә.

Яңыртылған балалар баҡсаһын танырлыҡ та түгел. Эштәрҙең беренсе этабында төҙөүселәр бинаның нигеҙен йылыта, металл прокаты менән тәҙрә уйымдарын нығыта, төрлө төҫтәге заманса материал менән көпләй, шулай уҡ инеү урыны яңыртыла.

Икенсе этапта бина эсендә йылытыу системаһы алмаштырыла, түшәм тигеҙләнә, иҙәнгә линолеум түшәлә, стена буяла. Яңы сантехника ҡуйыла, кафель плитәләр йәбештерелә. Бөтә материалдар санитария-эпидемиологик һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирә.

Ҡыуаныслы ваҡиға айҡанлы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре хөрмәтле ҡунаҡтарға театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте һәм үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләктәр тапшырҙы.

Фото: УТБК сайтынан.

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас