

1979 йылдың Яңы йыл төнөндә республикала ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы 54 градусҡа тиклем түбәнәйгән, Өфөлә 47 градус һалҡын булған. Күп урындарҙа йылытыу торбалары туңып шартлаған. Маршрутҡа сыҡҡан ҡала транспорты туҡтаған, трамвайҙарҙың буяуы ҡубып төшкән, урамда ҡалған кешеләр магазиндарға, подъездарға кереп йылынған. Оҙон юлға сыҡҡандар машина тәгәрмәсен сисеп алып яндырып йылынған осраҡтар булған. Әйҙәгеҙ шаһиттарҙы тыңлайыҡ.
Мәҡсүҙә Йәмырҙина:
1979 йыл 31 декабрендә киске электричка менән Силәбе өлкәһе Усть- Катав (Ҡытаутамаҡ) ҡалаһына килеп төштөк. Башҡортостандың Салауат районындағы Яхъя ауылынан мин, күрше Радио ауылынан Йомағужина Мәликә апай 1928 йылғы, ул иҫән әле, 93 йәштә. Төнгө сменаға роддомға эшкә барыуыбыҙ. Беҙҙән алда ике ҡыҙ йүгерә, әҙерәк баралар ҙа сүкәйеп ултырып алалар, мин аңламайым. Мәликә апайҙан, уларға ни булған, тип һорайым. Капрон ойоҡ кейгәндәр, боттары өшөй, ти.
Эшләгән урынға барып кергәйнек, мәрйәләр урамда минус 52 тип тора. Ә беҙҙең Яхъя ауылында һәр ваҡыт 3-4 градусҡа түбәнерәк. Радиола ещё һыуығыраҡ була. Ул төндә беҙҙә минус 54-тән дә түбәнерәк булғандыр моғайын.1978 йылды ҡаршылағанда ла минус 40 булды.
Венера Йосопова:
Мин ул йылда Ҡолғона ауылының участка больницаһында төнгө смҽнала эшләй инҽм. Төнгө 12-сҽ яртыла ҡайтып балаларҙы ҡарап килҽргә булдым. 56 градус һыуыҡ инҽ.
Рим Яхин:
Беҙ беренсе курста инек, общагала торбалар туңды, матрац ябынып ултырҙыҡ. Икенсе көнөнә трамвайҙарҙын буяуы ҡубып ҡойолоп төшкән ине.
Мәзүнә Булатова:
Өфөлә уҡып йөрөгән күңелле студент саҡтар ине. Ул ваҡытта күп нәмә дефицит булды, һатыуҙа килеп сыҡһа, оҙон сират була торғайны. Ул көндө Свердлов һәм К. Маркс урамдары киҫелешендә урынлашҡан универмагҡа барып инһәк, бөтә йәшертен тауарҙарын сығарып һалғандар. Һыуыҡ булғас, кеше бөтөнләй әҙ генә. Нимәһен алырға белмәй йүгерешеп йөрөнөк стипендиябыҙға. "Байып", ҡыуанышып ҡайтып индек дөйөм ятаҡҡа. Трамвайҙар йөрөүҙән туҡтаған ине.
Тәнзилә Ҡунафина:
1978 йылдың 31 декабре ине. Иптәшем менән мине, оло ҡәйнәмде Өфөгә ҡайнағалар ҡунаҡҡа саҡырғайны. Поезд менән иртәнсәк килеп төштөк. Сәғәт 6-ларҙа килә ине Сибай поезы. Ҡала буйлап транспорт йөрөмәй. Трамвайға ултырғайныҡ, ул бер аҙ барҙы ла туҡтаны. Көттөк-көттөк тә йәйәүләп киттек. Магазиндарға инеп йылынабыҙ ҙа ары китәбеҙ. "Горсовет" туҡталышына тиклем барыр кәрәк ине. Киске 11-гә саҡ барып индек . Беҙҙе "иретеп" алғансы, Яңы йыл да етте. Мин етмәһә ауырлы инем. Тышта 56 градус һыуыҡ тинеләр.
Рәсимә Назарова:
Тәнзилә, мин дә шул поезда инем. Иптәшем әле университетта уҡый, ә мин ауылда уҡытып йөрөйөм. Яңы йылды Өфөлә ҡаршылар өсөн юлға сыҡтым. Поезд Өфөгә етмәй туңып туҡтаны, йәйәү йүгерҙек. Вокзалға барып инһәм, ҡаршылаусы халыҡ микрофонға текәлеп хәбәр көтә. Тормош иптәшем мине күреп аптырап китте. Трамвайҙар туңып туҡтаған, автобустар һирәк кенә йөрөй. Саҡ көтөп алып, ятаҡханаға киттек. "Ағиҙел" ҡунаҡханаһында төшөп, магазиндан магазинға йүгереп йылынып, саҡ барып еттек. Яңы йыл төнөндә бер кем дә урамға сыҡманы. 1 ғинуарҙа кешеләр аҙ-маҙ күренде. Өфөлә минус 53 градус булды тинеләр.
Рәлиф Кинйәбаев:
Шул кис пединституттан бер студентка менән техникум студенты Федоровка районының Бала Cытырман ауылынан Яуыш аша Юлдашҡа ҡайтырға сыға. Егет ауылына етәрәк ҡолай,ҡыҙ уны юлдан һөйрәп алып бара. Икеһе лә иҫән ҡала.Тәүҙә егет үлгән икән тигән хәбәр ҙә ишетелеп ҡалды.
Рита Баязитова:
1979 йылдың 1 йә 2 ғинуары ине, Стәрленән автобустар йөрөмәй. Минус 45 градусҡа тиклем йылытҡас, төштән hуң поездар йөрөй башлағас, Салауатҡа килеп төштөм, ауылға 3-4 километр, машина йөрөмәй, аяҡта бурки, пальто ла йоҡа, ярай башта шәл, бер километр үттемме икән,аяҡтарҙы hиҙмәй башланым, шылдырып баҫып булмай, кңрше ауылдан араҡыға Салауатҡа атлы санала килгән бер ҡатын менән ир ҡотҡарҙы, атайҙарға килтереп киттеләр, үлер инем туңып. Шул инәйҙең балаларына атайым күп яҡшылыҡ эшләгәйне заманында, шул изгелектәре арҡаhында Хоҙай hаҡлағандыр инде мине. Ғүмерем буйы рәхмәт уҡыйым ул инәйгә.
Ләлә Иҡбаева:
1979 йылда унынсыла уҡыған саҡ. Ауылда йәштәр беҙҙең өйҙә Яңы йыл ҡаршыланыҡ. Мейескә туҡтамай яҡтыҡ, утынға, һыуға егеттәрҙе сиратлап сығарҙыҡ. Ишеккә юрған элеп ҡуйған иҫтә. Шул төндө күрше ауылдан бер егет армиянан ҡайтып килгән, аяҡ-ҡулын туңдырып, аҙаҡ ҡырҡҡандар. Ныҡ һыуыҡ ине.
Әлифә Әминева:
Өфө, студент саҡ. 1979 йылдың 31 декабре. Трамвайҙарҙың тәгәрмәсе бер урында әйләнә, ә ҡуҙғалып китә алмай. Бүлмәлә һыуыҡ, бер одеялды тәҙрәгә ҡапланыҡ, йәшереп кенә тотҡан асыҡ плитәне ҡабыҙғайныҡ, янында торған ҡыҙҙың итәгенә ут ҡапты! Одеял менән ҡаплай һалып, һүндерҙек.
Ғәйзулла Солтанов:
Мин ул йылда Хәйбулла районында бер колхозда ветеринар булып эшләй генә башлағайным. Төндәрен колхоз һарыҡтарына бүреләр килеп, һарыҡтарҙы ҡыра ине.Төндәрен мин ҡустым менән һарыҡ һарайында ултырып бүреләрҙе аулап ҡарағайныҡ. Тик ошо ныҡлы һалҡындар ҡамасаулау арҡаһында бер йәнлекте лә атып алманыҡ.Тиҙ генә өшөтә, оҙаҡлап ултыра алмай инек. Ҡайтып китеүебеҙ була, бүреләр килә лә тағы ла арыуыҡ һарыҡты ҡырып китә ине. Улар беҙҙең килгәнде ишеткәндәр ине, күрәһең, сөнки аяҡ аҫтындағы ҡар бик ныҡ шығырлап ятыр ине көслө һалҡындан.Төкөргән төкөрөк ергә етмәйенсә туңып тәгәрләп китер ине хатта. Мал аҙбарҙары янында унда-бында турғай, күгәрсендәрҙен туңып, өшөп үлеп ятҡандарын күреп ҡош ҡорттарҙы йәлләй торғайным.
Флүрә Йомағужина:
Өфөлә эшләп йөрөй инем. "Луч " кинотеатрына яҡын шәхси йортта бер инәйҙә йәшәй инем. 31 декабрь көнө әле ул тиклем үк һыуыҡ түгел ине. 1979 йылды ҡаршы алырға иптәш ҡыҙым Сәмәрә менән әлеге Cипайлово биҫтәһендәге училищела уҡыған һеңлемә барҙыҡ. Һеңлем шырпы фабрикаһының дөйөм ятағында йәшәй ине.
Ятаҡ һәйбәт йылытылғандыр инде, Яңы йылды матур ҡаршыланыҡ. Иртән торһаҡ, тышта ап-аҡ томан, шул тиклем һыуыҡ. Беҙгә Иҫке Өфөгә почта бүлексәһенә эшкә барырға кәрәк. Иртәнге 7-лә трамвай туҡталышына сыҡтыҡ, автобустар йөрөмәй. Служебный бер автобус менән, ҡайһы ерен йәйәүләп, Дуҫлыҡ монументына еттек. Йәйәүләнек. Алда бер аҙыҡ-түлек магазины бар, инә һалайыҡ тип йүгергәйнек, бикле. Тын ала алмайбыҙ. 7-се почта бүлексәһенә саҡ барып етеп, йылынып, йәйәүләп х/б комбинат янындағы эшебеҙгә килеп индек көндөҙгө 12-гә. 5 сәғәт юлда булғанбыҙ. Килһәк, эшләмәйҙәр, шул йортта йәшәүселәр ҙә эшкә килмәгән.
Бына бит нисек булған эшкә ҡараш! Минус 54 градус ине. Иртәгәһенә автобус,трамвайҙарҙың буяуҙары ҡубып төшөп,ялтырашып ҡалдылар.
43 йыл ваҡыт уҙған.Ә бөтәһе лә бөгөнгөләй күҙ алдында.
Рим Исхаҡов:
1979 йылды ул саҡ эшләп йөрөгән Мишкә районының Янағош ауылында ҡаршыланым. 1 ғинуар иртә менән сатнама һыуыҡтарға ҡарамай, Өфөгә барыу өсөн колхоз үҙәге Уръяҙыға (6 км) йәйәүләп киттем. Килеп етһәм, телефонограмма бар бер ҡайҙа ла машиналарҙы сығармаҫҡа тигән.
Ярай, райондың сельхозтехникаһы урынлашҡан Кәмәй ауылынан попутка булыр тип, шунда атланым (7 км). Килеп етһәм, бында ла шул уҡ хәл. Кире ҡайтһаң да, 13 км, Мишкәгә лә 12 км ҡалған. Аптырап тормайынса, райцентрға юл алдым. Төш миҙгелендә генә автостанцияға килеп еттем. Тик Бөрөгә лә,Өфөгә лә автобустар йөрөмәй.
Автостоп менән киске сәғәт 8 тирәһендә Өфөгә килеп еттем. Шул сатнама һыуыҡтарҙа туңып үлеүселәр ҙә, аяҡ-ҡулын туңдырыусылар ҙа булды. Ә мин әсәйемә рәхмәтлемен, сөнки өҫтөмдә һарыҡ тиреһенән тегелгән тун (модала ине), башта һеләүһен тиреһенән кәпәс, ә аяҡта - быйма. Шулар ҙа өшөттөрмәгән инде. Ҡабаланып сығыуҙың сәбәбе: БГУ-ла заочно уҡыу. 2 ғинуар сессия башлана.Әле булһа ла һыуыҡтар башланһа, шул ваҡыттар иҫкә килеп төшә.
Әхмәт Рамаҙанов:
Ул ваҡытта мин Сибайҙа уҡый инем. 30-ы киске Сибай-Өфө поезына ултырҙыҡ, күрше ауылдан Әлфирә апай менән ҡунаҡ ҡыҙы бар ине. Билетһыҙ, вагон шығырым тулы, Магнитогорскиҙы үткәс, халыҡ кәмене, күптәр Әбйәлилдән булғандыр,ә беҙгә "Уралтау" станцияһында төшөргә.
Ҡуҙғалып китеп, 22-се разъезды үткәс, ревизор килеп сыҡмаһынсы?! Төшөгөҙ, тип беҙҙе Мораҡай станцияһына тиклем ҡарауыллап, өсөбөҙҙө лә төшөрөп, ишекте бикләп ҡуйҙы. Нимә эшләргә? Поезд ҡуҙғала баштағайны, мин ҡыҙҙарға, баҫығыҙ подножкаға, тип икеһен ике урынға баҫтырып, үҙем киләһенә баҫтым.
Поезд елә, буран, һыуыҡ, электр бағаналары арттан тейеп үткән һымаҡ, станциялар араһы 10 саҡрым тирәһе булһа ла өшөнөк-туңдыҡ. Температура минус 40 градус тирәһе булғандыр, күберәк булмаһа. Абҙаҡ станцияһында поезд туҡтағас, төшәм тиһәм, бармаҡтарым тотҡаны ебәрмәй.
Саҡ ысҡынып, ишектәр асылғас, вагонға керҙек, үҙебеҙ утырған купеға килһәк, беҙҙең менән бергә барған оло ғына бер апайҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ: бындай һыуыҡ буранда был балалар нисек икән, ҡайҙа барырҙар тип ҡайғырып бөткәйнем ти. Шунан "Уралтау"ға тиклем йылындыҡ. Сабирйән ағай ҡаршы алды ат менән, рәхмәт үҙенә. Ә ҡалған 20 саҡрым нимә инде – тыуған яҡ.
Әнисә Ғәзизова:
Мин 1978 йылда Өфөлә эшләп йөрөй инем. Йәштәр бульварындағы ятаҡта йәшәнем. Яңы йылда троллейбустар туҡтап торҙо, эшкә бара алмай ҡайтып барғанда, кемдер күҙемә таш бәргән кеүек булды. Турғай боҙға әйләнеп алдыма килеп төшкән ине. Ятаҡҡа алып ҡайттым, терелмәне...
Фото: ukhtagrad.ru