Йәмғиәт
3 Ғинуар 2022, 04:30

Билдәле ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаевҡа - 77 йәш

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  уға Григорий Аксаков орденын тапшырғайны.

Билдәле ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаевҡа - 77 йәшБилдәле ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаевҡа - 77 йәш
Билдәле ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаевҡа - 77 йәш

Ошо көндәрҙә билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Белорет районының почетлы ветераны, ветеран уҡытыусы Мөхәмәт Усман улы Түлебаевҡа 77 йәш тулды. 

Мөхәмәт Усман улы 1944 йылдың 30 декабрендә Белорет районының Шығай ауылында тыуған. Шығай һәм Сермән мәктәптәрендә белем алған. 1965-1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыған. Ғүмер буйы Шығай урта мәктәбендә балаларға биология һәм химия фәндәренән уҡытҡан. Шулай уҡ ҡурай һәм милли көрәш буйынса түңәрәктәр алып барған. Уның районда ҡурайҙы тартыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул тәрбиәләгән көрәшселәр район һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулай.

Мөхәмәт Усман улы ҡурайҙа уйнап, Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика конкурстарында гран-прин яулаған. Туймазы ҡалаһында үткәрелгән "Тылсымлы ҡурай" конкурсында тағы ла гран-приға лайыҡ булған.

Ҡурайҙы таратыуға тос өлөш индергән Тамъян ырыуы вәкиле Мөхәмәт Түлебаевҡа оҙон ғүмер, һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Автор фотоһы. 

Автор:Рәмилә Мусина

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас